12:07 (UTC+5), 18 Мая 2011

Туймазыла Милли мәҙәниәттәр аҙналыҡтары башланды

Мөсәүир Камалетдинов
Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә Туймазыла Милли мәҙәниәттәр аҙналыҡтары башланды, улар ағымдағы йылдың октябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Байрамдар сылбырын дүшәмбелә Башҡорт мәҙәниәте аҙналығы асты. Был уңайҙан урындағы шағирҙар, рәссамдар, тел уҡытыусылары, муниципаль район хакимиәте, предприятиелары, ойошмалары, учреждениелары вәкилдәре ҡатнашлығында райондың «Родина» мәҙәниәт һарайында тантана үтте.
Бай эстәлекле программа әҙерләнгән, уның дауамында фәнни-ғәмәли һәм китап уҡыусылар конференциялары, «Әҙәби Башҡортостан» викторинаһы, «Шатлыҡ» фестивале, уҡыусыларҙың «Ырыуымдың арҙаҡлы кешеләре» ижади эштәр конкурсы, «Республикам иртәhе» һүрәттәр конкурсы, башҡорттарҙың матди мәҙәниәте, халыҡ оҫталары изделиелары, «Китап» нәшриәте күргәҙмәләре, башҡорт милли аш-һыуы күргәҙмә-йәрминкәһе, концерттар, милли көрәш буйынса мастер-класс, башҡа ҡыҙыҡлы саралар ҡаралған.
Аҙна аҙағында башҡорт мәҙәниәте аҙналығының йомғаҡлау сараһы үтәсәк. Июндә – Татар мәҙәниәте аҙналығы, августа Рус мәҙәниәте аҙналығы көтөлә. Башҡа айҙарҙа туймазылар һәм уларҙың ҡунаҡтары үрҙә аталған милләттәр менән бергә ҡала һәм райондың айырылмаҫ өлөшөн тәшкил иткән тағы алты милләт мәҙәниәте һәм сәнғәте менән таныша аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика