Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
17+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Май 2011, 17:40
23 майҙа Башҡортостан Президенты менән «тура бәйләнеш» үткәрелә
23 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында республика халҡы һорауҙарына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яуап бирәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән.
Республика башлығы менән «тура бәйләнеш» ике сәғәт дауамында 19.00-дән 21.00-гә тиклем барасаҡ. Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә күсмә телевизион станциялар эшләйәсәк.
Граждандар менән диалог «Спутник ФМ» радиостанцияһы аша ла тапшырыласаҡ.
Әлеге ваҡытта Рөстәм Хәмитовҡа һорауҙар ҡабул ителә башланы. Уларҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының рәсми сайтында (http://tv-rb.ru/) бирергә мөмкин.
Башҡортостан Президентының телекүпер режимында халыҡ менән аралашыуы беренсе тапҡыр үтәсәк.
Автор:
Сергей Захаров
Теги:
бр президенты
тура бәйләнеш
Читайте нас: