08:16 (UTC+5), 10 Май 2011

Республикала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре үтәсәк

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостанда 13 майҙа Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре башлана. Улар республиканың бер нисә ҡалаһы һәм ауылдарында үтәсәк.
Йыл һайын үткәрелеүсе сара сиктәрендә Өфө ҡалаһы һәм районында, Нефтекамала аҙна дауамында «Гөлләмә» («Соцветие») поляк мәҙәниәте фестивале үтәсәк, унда Польша делегацияһының ҡатнашыуы ла көтөлә. Иглин районының Иглин ауылында 17 майҙа белорус поэзияһы кисәһен үткәреү ҡаралған. Бәләбәй районының Надеждин, Өсән-Ивановка ауылдарында һәм Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылында боронғо рус йыры байрамдары үтәсәк. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ районының Золотоношка, Краснокама районының Николо-Березовка ауылдарында, Өфөләге С.Т.Аксаковтың йорт-музейында, республиканың йәкшәмбе мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында ла фольклор байрамдары һәм әҙәби кисәләр үткәреү планлаштырыла.
Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре 29 майға тиклем дауам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика