02:00 (UTC+5), 09 Мая 2011

Рөстәм Хәмитов: Еңеү көнөнән юғарыраҡ тантана юҡ

"Башинформ"
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов һуғышта ҡатнашыусыларҙы Еңеү көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә: «Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле дуҫтар!
Ошо көндәрҙә беҙ бөйөк датаны – совет халҡының фашистик Германияны Еңеүенең 66 йыллығын билдәләйбеҙ. Ихлас күңелдән барығыҙҙы ла ошо бөтә халыҡ байрамы менән ҡотлайым!
Беҙҙең өсөн Еңеү көнөнән дә иҫтәлеклерәк дата, әһәмиәтлерәк ваҡиға, юғарыраҡ тантана юҡ. Ул бөтә донъяға тап беҙҙең илдең, беҙҙең армияның нацизмға хәл иткес һәм емергес һөжүм яһауын хәтерләтеп тора.
Күҙҙәрҙе йәшләндергән был байрам бик күпте – батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡты, бирешмәүсәнлек һәм ышанысты, яҡындарыңды юғалтыу ҡайғыһын үҙ эсенә ала. Һалдаттар, ошо көндө яҡынайтып, һөжүмгә күтәрелгән. Әсәләр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар тылда бөтә ауырлыҡты үҙ иңенә алған. Һәм бөгөн тиҫтә йылдар үткәндән һуң беҙ һәр кемдең шәхсән батырлығын иҫкә алабыҙ. Батырҙарҙың исеме мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ.
9 Май рәсәйлеләр өсөн – милли берҙәмлек һәм ғорурлыҡ көнө. Ул көн беҙҙе тыуған еребеҙҙең һәр ҡарышын яуларға әҙер булған атай-олатайҙарыбыҙға тиңләшергә мәжбүр итә. Беҙҙе яугирҙәрҙең намыҫы һәм дәрәжәһенә тап төшөрмәҫкә, еңергә һәм һәр ерҙә беренсе булырға өндәй. Йөрәктәребеҙ ошо тойғолар менән һуғарылған. Ниәттәребеҙ Бөйөк Тыуған илебеҙ – һөйөклө Рәсәй хаҡына изге эштәребеҙҙә сағыла.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, бәхет һәм тыныс күк йөҙө, фиҙакәр хеҙмәттә уңыштар теләйем! Еңеү көнө менән».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика