11:23 (UTC+5), 06 Мая 2011

Рөстәм Хәмитов: беҙҙең төп байлығыбыҙ – ул хеҙмәт кешеләре

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика вәкилдәренә Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.
— Осрашыуыбыҙ Еңеү көнө алдынан үтә, һәм был уға айырым бер мәғәнә бирә. Бөгөн беҙ наградалар тапшырасаҡ кешеләр – Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының лайыҡлы алмашсылары. Һеҙ барығыҙ ҙа атай-олатайҙарығыҙҙың матур традицияларын дауам итәһегеҙ, һәм беҙ, һис шикһеҙ, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ,— тип Рөстәм Хәмитов тантананы асҡанда байрам сәбәпселәренә мөрәжәғәт итте. — Наградаларығыҙға һеҙ күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ, иҡтисад, социаль өлкә, фән, мәғариф, мәҙәниәт, спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн лайыҡ булдығыҙ. Ҡайҙа эшләүегеҙгә ҡарамаҫтан, һеҙҙең барығыҙҙы ла компетентлыҡ, яуаплылыҡ, юғары һөнәри оҫталыҡ һәм күркәм шәхси сифаттар берләштерә.
Бүләкләнгәндәр араһында – 26 кеше, шуларҙың етеһе Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын алды, ә 19-ына почетлы исемдәр бирелде.
Почет Орденына «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Салауат Ғайсин һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Игорь Тверяков лайыҡ булды.
Куйбышев тимер юлының Өфө дистанцияһы өлкән электромеханигы Александр Анучин, «Уфастройинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Али Аскеров, БР Фәндәр академияһының биология, медицина һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлеге ғилми секретары Ираида Әхәтова, Башҡорт дәүләт медицина университетының дипломдан һуң белем биреү институты кафедраһы мөдире Василий Кулавский, «Һуҡырҙар спорт федерацияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт физкультура-спорт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тренеры Людмила Петрова II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән билдәләнде.
Шулай уҡ һәр кемгә үҙ өлкәһендә Рәсәйҙең атҡаҙанған хеҙмәткәре тигән почетлы исемдәр бирелде. Иң яҡшы табиптар, ғалимдар, уҡытыусылар, төҙөүселәр, нефтселәр, газовиктар, машина эшләүселәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре республика Президенты ҡулынан наградалар алды.
Ҡырмыҫҡалы районынан килгән Нәзиф Ғатин беренсе тапҡыр бүләкләнмәй. 53 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптың күкрәген Ленин һәм Почет билдәһе ордендары биҙәй.
— 35 йыл элек мин Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы исемен алдым, бына хәҙер Рәсәйҙең атҡаҙанған табибымын, — тип һөйләне ул «Башинформ» хәбәрсеһенә. – Ҡыҙым менән улым да табиб һөнәрен һайланы, өлкән ейәнем дә ошо уҡ дауаханала минең кеүек хирург булып хеҙмәт итә, йәнә бер ейәнем быйыл медицинаға уҡырға инергә йыйына…
Шулай булғас, Нәзиф Мирзаһит улын һәм уның мәрхүмә ҡатынын, әйтергә кәрәк, ул да табип булып эшләгән, хаҡлы рәүештә медиктар династияһын нигеҙләүселәр тип атарға мөмкин.
— Башҡортостан – бай республика. Беҙҙең бөтмәҫ-төкәнмәҫ ер аҫты байлыҡтарыбыҙ, ҡеүәтле иҡтисади потенциалыбыҙ бар. Ләкин төп байлығыбыҙ – әлбиттә, кешеләр, хеҙмәт кешеләре, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика