18:33 (UTC+5), 04 Мая 2011

Башҡортостанда сыуаш һылыуҡайын һайланылар

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостандың Бишбүләк районында «Сыуаш һылыуҡайы — 2011» республика конкурсы үтте. Финалда республиканың алты районынан туғыҙ ҡыҙ ҡатнашты.
Конкурсанттар халыҡ йырҙарын башҡарыуҙа, үҙ ҡулдары менән бирнәһен әҙерләүҙә, милли сыуаш костюмарын күрһәтеүҙә ярышты.
Конкурс тарихында беренсе тапҡыр этнографик ярыштар ҙа индерелде. Ҡыҙҙарға мал ҡыуыу, балаларға күҙ тейеүен бөтөрөү, икмәк бешереү, XVIII быуаттағы сыуаш костюмында бейеү һәм башҡа халыҡ йолаларын күрһәтергә тура килде.
Конкурс жюрийына сыуаш ижади коллективтары, республика һәм район сыуаш мәҙәниәте йәмғиәттәре етәкселәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары инде. Конкурста Бишбүләк районы Киҫтәнле-Ивановка ауылынан 10 класс уҡыусыһы Наталья Павлова еңде. Ул «Сыуаш һылыуҡайы-2011» титулын алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика