10:43 (UTC+5), 28 Апреля 2011

Башҡортостан парламентарийҙары Британиялағы коллегаларына тәжрибә уртаҡлашырға тәҡдим итте

Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Бөйөк Британияның Екатеринбургтағы Генераль консулы Джеймс МакГуайрға Британиялағы коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Британия менән Башҡортостан парламентарийҙары араһында хеҙмәттәшлек ихтималлығы башлыса закондар сығарыу эшмәкәрлегенә ҡағыла.
— Беҙ парламент-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Мин депутаттарыбыҙ исеменән шундай теләгебеҙҙе әйтеп бирергә теләйем. Әгәр инглиздәр яғынан ҡыҙыҡһыныу булһа, Британиялағы коллегаларыбыҙ менән үҙебеҙҙең закондар сығарыу эшендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Донъяла Англия кеүек күп быуатлыҡ закондар сығарыу тарихы булған башҡа ил юҡ,— тине Константин Толкачев БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Джеймс МакГуайр менән осрашыуҙа.
Үҙ сиратында Генконсул хеҙмәттәшлек тураһындағы тәҡдимде Британия парламентарийҙарына еткерергә вәғәҙә бирҙе.
Башҡортостанда рәсми визит менән булған дипломаттың әйтеүенсә, ул Екатеринбургҡа йыл ярым элек килгән. Бөйөк Британия менән хеҙмәттәшлек планында Урал төбәгенең мөмкинлектәрен баһалау уның төп бурысы иҫәпләнә.
— Республикала идара структураһы ныҡ уйлап эшләнелгән, тигән фекер ҡалды миндә. Беҙ сауҙа һәм инвестициялар өлкәһендә мөмкин тиклем күберәк контакттар булдырырға теләйбеҙ. Башҡортостанға сәфәребеҙ дауамында беҙ бер нисә хеҙмәттәшлек мөмкинлеген тикшереп өлгөрҙөк. Улар энергия һаҡлау, фән, телдәр өйрәнеүҙе, шулай уҡ химия сәнәғәтен үҙ эсенә ала, — тип белдерҙе Бөйөк Британияның һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллеге вәкиле.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика