10:26 (UTC+5), 27 Апреля 2011

Өфө Ленины тыуған еренә ҡайтарыласаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Элек Өфөләге Ленин һәм Коммунистик урамдары мөйөшөндәге скверҙа урынлашҡан Ленин һәйкәлен тыуған еренә ҡайтарасаҡтар. Был мәсьәлә буйынса һуңғы ҡарарҙы Өфө ҡала Советы депутаттары ҡабул итте.
Баҫып торған пролетариат юлбашсыһы скульптураһы Өфөнөң тарихи үҙәгендә 1924 йылда ҡуйыла. 1939 йылда уны гипстан яһалған ҡулына китап тотоп ултырған Ленин менән алмаштыралар. Билдәле ваҡыттан һуң ул яраҡһыҙ хәлгә килә, һәм 1987 йылда уның реконструкцияһын үткәрергә ҡарар ителә. Санкт-Петербургта (ул ваҡытта Ленинград ҡалаһы) Лениндың күсермәһен граниттан эшләргә заказ бирелә. Әммә үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда финанс ҡыйынлыҡтар арҡаһында скульптура һатып алынмай ҡала. Һәм ике тиҫтә йылдан артыҡ скверҙа бейек постаментта глобус ҡына тора. Халыҡ араһында скульптура композицияһының тороп ҡалған был өлөшө «Чупа-чупсҡа һәйкәл» исемен алған.
Былтыр көҙ Өфө Ленинының гранит һыны Санкт-Петербургта табыла. КПРФ-тың республика комитеты һәйкәлде урынына ҡайтарыуҙа булышлыҡ итеүен һорап республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итә. Бындай үтенес Өфө ветерандарынан да килә. Бынан тыш, Ленинды Өфөгә ҡайтарыу өсөн Дәүләт Думаһы депутаттары Морат Кейекбаев менән Юрий Афонин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Артур Шәйнуров та сығыш яһай.
Хәҙер Ленинды Өфөгә ҡайтарыу тураһында ҡәтғи ҡарар ҡабул ителгән. Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаевтың билдәләүенсә, скульптураны һатып алыу һәм реставрациялау бағыусылар иҫәбенә башҡарыласаҡ. Аҡсаны башлыса коммунистар бирәсәк. Ҡала бюджеты һәйкәл янындағы территорияны төҙөкләндереүҙе генә үҙ өҫтөнә аласаҡ. Атап әйткәндә, Ленин янында оло быуын вәкилдәре хәтерләгән фонтандар тергеҙеләсәк.
Әлеге ваҡытта скульптура урынлаштырыласаҡ урын ҡойма менән уратылған – һәйкәл фундаменты тикшерелә. Сөнки граниттан эшләнгән Ленин 17 тонна тарта – бынан алдағы гипстан эшләнгән скульптура күпкә еңел булған. Талап ителгән осраҡта иҫке фундамент мотлаҡ нығытыласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика