10:26 (UTC+5), 25 Апреля 2011

Башҡортостан Президенты граждандарҙы ҡабул итте

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Бындай ҡабул итеүҙәрҙе ул хәҙер даими рәүештә йылына 7 – 10-дан да кәм үткәрмәҫкә йыйына. Шул уҡ ваҡытта ҡабул итеүҙәр баш ҡалала ғына түгел, республиканың башҡа ҡалалары һәм ауылдарында ла ойоштороласаҡ.
Рөстәм Хәмитовҡа ҡабул итеүгә һигеҙ кеше яҙылғайны. Һәр береһе үҙенең проблемалары менән килде. Авария хәлендәге торлаҡтан икенсеһенә күсереү, балалар йорттарына ярҙам итеү, Өфө лимонарийына һәм Нефтекамалағы Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы филиалына капиталь ремонт, республикала бәләкәй авиацияны үҫтереү, айырым ауылдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре күтәрелде.
Республика Президентына ҡабул итеүгә килгәнгә тиклем Өфөлә йәшәүсе Елена Владимирцева авария хәлендәге үҙе йәшәгән йорттан икенсеһенә күсеү мәсьәләһен биш йыл дауамында башҡа юлдар менән хәл итергә тырышҡан. Йорт төҙөлөүенә 107 йыл, һәм ул Өфө тимер юл вокзалын реконструкциялау сиктәрендә һүтелергә тейеш булған.
Елена Владимирцева әйтеүенсә, ул урындағы властарға күп тапҡыр мөрәжәғәт итеп ҡараған. Пенсионер ейәнсәре һәм бүләсәре менән әүәлгесә ҡатмарлы шарттарҙа йәшәй. Һүтелергә тейешле йортта һыу үткәргес торбалар ҙа юҡ.
Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте Премьер-министры Сергей Афонинға был һорауҙы тикшерергә һәм икенсе торлаҡҡа күсереү мәсьәләһен 2011 йыл дауамында хәл итергә ҡушасаҡ.
Өфөнән тағы бер ҡатын - Елена Яҡупова республика Президентына Благовещенскиҙағы балалар йорто өсөн спорт залы төҙөлөшөндә булышлыҡ итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ул үҙе бағыусы булараҡ ярҙам күрһәтергә әҙер. Ләкин был мәсьәләне хәл итер өсөн уның ғаиләһенең аҡсаһы ғына етмәйәсәк.
Рөстәм Хәмитов Елена Яҡуповаға балаларға ярҙам күрһәтергә әҙерлеге өсөн рәхмәтен белдерҙе. Бындай мәрхәмәтлек, уның һүҙҙәренсә, беҙҙең көндәрҙә һирәк күренеш.
Башҡортостан Президенты, республика балалар йортона мотлаҡ ярҙам күрһәтәсәк, тип ышандырҙы. Уның төҙөлөшөнә аҡсаны бюджеттан алырғамы йәки хәйриә фондтарынанмы – был мәсьәлә спорт залының проекты һәм уның төҙөлөшөнә сметаһы әҙер булғас хәл ителәсәк.
Балалар йортона ярҙамды контролгә алыу БР Хөкүмәте Премьер-министры Зөһрә Рәхмәтуллинаға йөкмәтеләсәк.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика