12:21 (UTC+5), 18 Апреля 2011

Республика башлығы Күмертауҙағы балалар хореография мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең сит илгә сәфәрен ойошторорға тәҡдим итте

Рәсүл Хәмиҙуллин, Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың көньяғына эш сәфәре барышында Күмертауҙағы балалар хореография мәктәбендә булды. Ул 1992 йылда нигеҙләнгән һәм Башҡортостандағы бындай берҙән-бер мәктәп булып ҡала.
Мәғариф учреждениеһында һигеҙ уҡытыусы, биш концертмейстер, йәнә техник һәм хеҙмәтләндереү персоналына ҡараған 13 кеше эшләй.
Мәктәптә дүрт бейеү залы, грим һәм костюмдар бүлмәһе бар. Бында 8-17 йәштәрҙәге 300 һәләтле бала уҡый.
Учреждениены тәьмин итеүгә йылына 253 мең һум китә.
Бәләкәйҙәр төркөмө ритмика буйынса дәрестәргә йөрөй, унда балалар дөйөм музыкаль белем ала һәм сәнғәт мәктәбенең беренсе класына уҡырға инеүгә әҙерлек үтә. Ете йылда балалар 11 фән буйынса уҡый.
Бөгөнгө көндә балалар хореография мәктәбен тамамлаған 11 уҡыусы юғары уҡыу йорттарында белем ала. Йәнә өс тәрбиәләнеүсе — Республика мәҙәниәт техникумында, икәүһе Рудольф Нуреев исемендәге Башҡорт дәүләт хореография колледжында уҡый.
Күп кенә йәштәр «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Дәүләт Волга академия рус халыҡ хорының балет төркөмө кеүек дәүләт коллективтарында профессиональ бейеүсе булып эшләй.
Мәктәп уҡыусылары республика Президентына бейеүҙәрен күрһәтте, Рөстәм Хәмитов уларҙың оҫталығын юғары баһаланы.
— Бәлки, беҙ тәрбиәләнеүселәрегеҙҙең сит илгә сәфәрен ойоштора алырбыҙ, - тине ул балаларҙың остаздарына мөрәжәғәт итеп.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика