10:34 (UTC+5), 11 Апреля 2011

Силәбе өлкәһе «Башҡорттар ҡоролтайы»ның яңы район бүлексәһе асылды

Алина Зарипова, Тимур Рахматуллин
Силәбе өлкәһенең Пласт ҡалаһында Силәбе өлкәһе «Башҡорттар ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһының район бүлексәһен ойоштороу буйынса конференция үтте.
Пласт районы халҡы «Башҡорттар ҡоролтайы» район бүлексәһенең Башҡарма комитетын һайланы һәм уның эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Район бүлексәһе рәйесе итеп урта мәктәп уҡытыусыһы Зөлфиә Садыҡова тәғәйенләнде.
— Был районда башҡорттар компактлы йәшәй, - ти Зөлфиә Садыҡова. – Беҙҙең өсөн туған телебеҙҙе һәм халҡыбыҙҙың күп быуатлыҡ мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу үтә мөһим.
Пласт районы хакимиәте башлығы Александр Неклюдов «Башҡорттар ҡоролтайы»ның яңы бүлексәһенә һәр яҡлап ярҙам буласағын белдерҙе.
— Был йүнәлештә беренсе аҙымдар яһалды ла инде, – тип билдәләне район башлығы. – Урындағы мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы ставкаһы булдырылды.
«Башҡорттар ҡоролтайы» рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина ойошма эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне һәм дуҫлыҡ, артабанғы хеҙмәттәшлек билдәһе итеп район етәкселегенә бүләктәр тапшырҙы.
Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы директоры Дамир Әбүбәкиров башҡорттарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлауҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.
Конференция сиктәрендә Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы студенттары менән әҙерләнгән концерт үтте. Егеттәр һәм ҡыҙҙар башҡорт халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарҙы, ҡурайҙа уйнаны.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика