07:01 (UTC+5), 08 Апреля 2011

Өсөнсө бала тыуғандан һуң бушлай ер участкаһы алырға мөмкин

Марина Шумилова
Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет республика парламентына БР Хөкүмәте менән индерелгән «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына төҙәтмәләр индереү тураһында» закон проектын ҡараны.
Закон проектына ярашлы, ғәмәлдәге закондың 10-сы статьяһын положениелар менән тулыландырырға тәҡдим ителә. Уға ярашлы, өсөнсө һәм унан һуңғы балалары тыуғанда йәки уллыҡҡа алынғанда, 2011 йылдың 1 ғинуарынан башлап, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында ата-әсә индивидуаль йорт төҙөү өсөн дәүләт йәки муниципаль милектәге ер участкаһын бушлай бер тапҡыр үҙ милкенә ала ала.
Республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, депутаттар закон проектының көнүҙәклеген билдәләгән, ләкин уның етешһеҙлектәрен дә күрһәткән, сөнки ғәмәлдәге ҡануниәт, балалары иҫәбенең күпме булыуына ҡарамаҫтан, республикала мохтажлыҡ кисергән йәш ғаиләләргә ерҙе бушлай бүлеүҙе күҙ уңында тота. Хәҙер өсөнсө һәм киләһе балалары тыуған ғаиләләргә торлаҡҡа мохтажлыҡ кисереүҙәрен иҫбатларға кәрәкмәүе уның ыңғай яғы тип билдәләнә. Депутаттар закон проектына төҙәтмәләр индереүҙең көнүҙәклеген нигеҙләне. Миҫал өсөн, участканың аныҡ ҡына ҡайҙа бүленергә тейешлеген, уның үлсәмдәрен, төҙөлөш эштәренең ниндәй ваҡыт эсендә башҡарылырға тейешлеген күрһәтеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.
— Буш ер участкаһын алыу торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү тигән һүҙ түгел, йорт төҙөүгә лә аҡса күп кәрәк, һәм бында ла кешеләргә ярҙам итергә ине, тип билдәләй Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Валерий Лебедьков. — Мәҫәлән, кешеләргә участканы урман янынан бирергә мөмкин, ағастарҙы һирәкләтеп, ул ағас йорт төҙөүгә материал әҙерләй аласаҡ. Киләсәктә закондың был нормаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, мәҫәлән, әсәлек капиталын алыу ярҙамында, федераль һәм республика программаларына бәйләүе отошлораҡ булыр ине.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика