04:40 (UTC+5), 08 Апреля 2011

Берҙәм рәсәйлеләр «Мәғариф» проектын тормошҡа ашырырға ниәтләй

Марина Шумилова
Уҡытыусыларҙың эш хаҡы яҡын арала 30 процентҡа артасаҡ, тип белдерҙе РФ Хөкүмәте Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһы лидеры Владимир Путин партия ағзалары — Дәүләт Думаһы спикеры Борис Грызлов, Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Светлана Орлова, вице-премьер Вячеслав Володин, шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаттары Владимир Пехтин, Артур Чилингаров, Валерий Рязанский һәм Татьяна Яковлева менән осрашыуҙа. Берҙәм рәсәйлеләр менән әңгәмәлә Владимир Путин мәғариф өлкәһендә программа әҙерләргә ҡушыуы хаҡында хәбәр итте. Был партияның яңы «Мәғариф» проекты буласаҡ.
— Белем сифатын күтәреү программаның төп йүнәлештәренең береһе булырға тейеш, — тип билдәләне БРДәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев 7 апрелдә берҙәм рәсәйлеләрҙең Яңауылдағы отчет-һайлау конференцияһында сығыш яһап. — Әгәр беҙ Рәсәйҙең ҡеүәтле, конкурент һәләтле булыуын, донъяла уның менән иҫәпләшеүҙәрен теләһәк, мәғарифҡа аҡса һалырға, мәктәптәрҙе ремонтларға, уларҙы заманса ҡорамалдар менә йыһазландырырға, интернет-кластар асырға, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрергә тейешбеҙ.
Уҡытыусының эш хаҡын күтәреү мәғарифты модернизациялауҙың мөһим һөҙөмтәһенә әйләнергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев. Иҡтисадта хеҙмәт хаҡы артһа ла, уҡытыусыларҙа ул һаман элекке кимәлдә ҡала. Ләкин юғары квалификациялы кадрҙарһыҙ, сифатлы белемһеҙ милли продукт булдырып булмай, уның нигеҙҙәре тап мәктәптә һалына.
— Ә мәктәп – ул, иң элек, ошонда эшләгән кешеләр, шуға күрә бығаса, шул иҫәптән, төбәк һәм муниципаль бюджет елкәһенә төшкән мәктәптәрҙе ремонтлау һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға бәйле сығымдарҙы федераль үҙәктең тулыһынса үҙ өҫтөнә алырға ҡарар итеүе бик ваҡытлы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк сәйәси советы секретары. — Бөгөнгө көндә иҡтисадта 21 мең һум самаһы тәшкил иткән уртаса эш хаҡына мөмкин тиклем яҡынайтыу маҡсатында, үҙҙәренең тотонолмаған средстволарын төбәктәр уҡытыусыларҙың эш хаҡын 30 процентҡа арттырыуға йүнәлтә аласаҡ. Партия лидеры менән тәҡдим ителгән саралар мөмкин тиклем тиҙерәк бойомға ашырылырға тейеш. Владимир Путин менән ҡуйылған бурыстар һәр төбәктә һөҙөмтәле тормошҡа ашырылһын өсөн «Берҙәм Рәсәй» барыһын да эшләйәсәк, һәм был эш партияның «Мәғариф» проекты ҡанаты аҫтында алып барыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика