18:23 (UTC+5), 08 Апреля 2011

Башҡортостан менән Татарстан үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтерә

"Башинформ"
Бөгөн Татарстандың сәнәғәт һәм сауҙа министры Рауил Зарипов эш сәфәре менән Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә йөрөй, тип хәбәр итә ТР Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына һылтанма менән «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы.
Сәфәр программаһында БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Роберт Ваһапов, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Әнүәр Мәхмүтов һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев менән осрашыуҙар планлаштырылған. 2010 йылдың 22 декабрендә ҡул ҡуйылған Татарстан менән Башҡортостан араһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү был сәфәрҙең төп маҡсаты булып тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2010 йылдың 22 декабрендә Республика Президенты Рөстәм Миңнеханов етәкселегендә Татарстан Республикаһы делегацияһы Өфөгә килгәйне. Делегация составына республика министрлыҡтары, ойошмалары һәм предприятиелары вәкилдәре инде. Был сәфәр барышында Татарстан Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә, шулай уҡ 2011-2012 йылдарға Башҡортостан һәм Татарстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика