06:04 (UTC+5), 07 Апреля 2011

«Айыҡ ауыл - 2011» республика конкурсының эмблемаһы раҫланды

Тимур Рәхмәтуллин
«Айыҡ ауыл - 2011» конкурсының ойоштороу комитеты Башҡортостан ауылдарында үткәрелеүсе алкоголгә ҡаршы кампанияның символикаһын эшләү буйынса иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Нефтекама рәссамы-рекламасыһы Станислав Пищаевтың эше иң яҡшыһы тип табылды.
Республика конкурсы эмблемаһында түңәрәк тотороҡлоҡ һәм тыныслыҡты символлаштыра. Түңәрәк эсендә – йорто һәм ере булған күп балалы бәхетле ғаилә. Йәйғор бәхеткә һәм ауылдарҙа айыҡ йәшәүгә өмөттө, уйҙар һәм эштәрҙең паклығын аңлата. Түңәрәк әйләнәһендә – Башҡортостан Республикаһының ике дәүләт телендә «Айыҡ ауыл» яҙыуы. Конкурс үткәрелгән йыл да күрһәтелгән.
— Был эмблема «Айыҡ ауыл - 2011» конкурсының төп билдәһе буласаҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтенең рәйестәше Ренат Зәйнуллин. – Киләһе йылда ла был эмблема конкурс символы булып ҡаласаҡ, «2011» яҙыуын «2012»гә генә төҙәтәсәкбеҙ.
Эмблема рәсми рәүештә 9 апрелдә Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында конкурста ҡатнашыусыларҙың беренсе семинарында күрһәтеләсәк, был семинар республиканың конкурста ҡатнашыусы 96 ауыл биләмәһе етәкселәрен йыясаҡ.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика