11:24 (UTC+5), 06 Апреля 2011

Шүлгәнташ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә тәҡдим ителде

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә тәҡдим ителде. Был тәҡдимде ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ Комиссияһы делегацияһы менән осрашыуҙа БР Хөкүмәте вице-премьеры Зөһрә Рәхмәтуллина әйтеп ишеттерҙе.
— Был киң билдәле археология ҡомартҡыһы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегендә республиканан ғына түгел, Рәсәйҙән дә күрһәтелә ала, — тип иҫәпләй ул. – Бындай статус уны бөтөнләй икенсе кимәлдә яҡлауҙы аңлатасаҡ.
Зөһрә Рәхмәтуллинаның тәҡдимен республикаға эш сәфәре менән килгән ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ Комиссияһы делегацияһы етәксеһе Григорий Орджоникидзе ла хупланы.
— Шүлгәнташ объектының Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелергә тейешлеге менән тулыһынса килешәбеҙ, — тине ул. – Һәм быға булышлыҡ итәсәкбеҙ. Мәмерйә «Культуралы ландшафт» номинацияһында күрһәтелә ала. Объект уның талаптарына тулыһынса яуап бирә.
Әммә, Григорий Орджоникидзе һүҙҙәренсә, мәмерйәне исемлеккә индереү процесының оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Тәүҙә тарихсыларҙан һәм башҡа белгестәрҙән торған эш төркөмө объектты Рәсәйҙең яҡынса исемлегенә индереү өсөн кәрәкле документтар әҙерләргә тейеш. Артабан халыҡ-ара кимәлдә күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Шуға ла Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүҙең бер нисә йылға етеүе мөмкин.
Рәсәй төбәктәрендә ЮНЕСКО исемлегенә инеүгә дәғүә итеүсе объекттарҙан оҙон сират теҙелеүе арҡаһында ла был процестың һуҙылыуы ихтимал. Күптән түгел, мәҫәлән, Рәсәй кремлдәре төркөмө күрһәтелде. Унда Астрахань, Псков, Ярославль кремлдәре индерелгән. Хәйер, Григорий Орджоникидзе, сиратҡа ҡарамаҫтан Шүлгәнташ мәмерйәһенә өҫтөнлөк биреләсәк, тип вәғәҙә бирҙе, сөнки Башҡортостан территорияһында әлегә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән объекттар юҡ.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика