09:51 (UTC+5), 05 Апреля 2011

Өфөлә социаль туризм үҫешә

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә социаль туризм үҫешә. Ветерандар өсөн экскурсиялар ойоштороу уны индереү буйынса ҡала властарының пилот проектына әйләнде.
Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең сираттағы йыллығын байрам итеү алдынан 5 апрелдән 7-һенә тиклем экскурсиялар ойошторолған. Ветерандарҙы БР Милли музейы, Салауат Юлаев һәйкәле, Конгресс-холл, Дуҫлыҡ монументы, Алла Анаһы Раштыуаһы ғибәҙәтханаһы, «Аҡбуҙат» ипподромы, «Ләлә Тюльпан» йәмиғ мәсете, Республика Хәрби Дан музейы кеүек ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап йөрөтөү күҙаллана.
Өфө властары дәүләт яҡлауы аҫтындағы ветерандар, инвалидтар һәм башҡа категориялағы кешеләр өсөн социаль туризмды үҫтерергә ниәтләй. Шул уҡ мәлдә киләсәктә Өфөнән тыш, бөтөн Башҡортостан территорияһы буйлап экскурсиялар ойошторолоуы ла көтөлә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика