12:39 (UTC+5), 01 Апреля 2011

Рәсәйлеләр Төркиәгә визаһыҙ йөрөй ала

Евгений Рәхимҡолов
Рәсәй граждандары Төркиәгә визаһыҙ йөрөй аласаҡ. «Башинформ» агентлығына РФ Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллегенән хәбәр итеүҙәренсә, 2010 йылдың 12 майында Анкарала ҡул ҡуйылған Рәсәй Хөкүмәте менән Төркиә Республикаһы Хөкүмәте араһындағы тейешле килешеү 16 апрелдә көсөнә инә.
Төркиәгә 30 көнгә тиклемге араға хеҙмәт паспорттары булған кешеләр ҙә, гражданлыҡ паспорттары хужалары ла визаһыҙ бара ала. Төркиә граждандары ла ошо уҡ араға Рәсәйгә визаһыҙ килә аласаҡ. Шул уҡ мәлдә рәсәйлеләр өсөн дә, төрөктәр өсөн дә икенсе дәүләт территорияһында визаһыҙ йәшәү ваҡыты һәр 180 көн дауамында барыһы бергә 90 көндән ашмаҫҡа тейеш.
Эшләү йәки уҡыу өсөн Төркиә территорияһына 30 көндән ашыу ваҡытҡа юлланған рәсәйлеләргә элеккесә билдәләнгән тәртиптә визалар юлларға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика