10:07 (UTC+5), 28 Марта 2011

Башҡортостан парламентарийҙары Корея Республикаһы делегацияһы менән осрашты

Марина Шумилова
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫарҙары Рафаил Зинуров һәм Лилиә Ғүмәрова, парламент комитеттары вәкилдәре 28 мартта Өфөлә Корея Республикаһы Хөкүмәтенең Урта һәм бәләкәй бизнес идаралығы начальнигы Ким Донг Сун етәкселегендәге Корея Республикаһы Хөкүмәте делегацияһы менән осрашты.
Константин Толкачев ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы субъекттары - федераль бюджет донорҙары иҫәбенә инеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, республиканың юғары иҡтисади потенциалына баһа бирҙе.
Спикер БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлығын, милек формаларының тиң хоҡуҡлылығын, социаль йүнәлешле дәүләт сәйәсәтен үҙенең эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре итеп иғлан итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм, республиканың хоҡуҡи системаһын дәүләт эшмәкәрлегенең бөтөн төп йүнәлештәрен көйләгән меңдән ашыу закон тәшкил итә, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта хоҡуҡи регламентацияла төп урындарҙың береһен Башҡортостандың уңайлы инвестиция климатын тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләр алып тора.
Константин Толкачев йәнә инвесторҙарҙың республикаға ышансының мөһим факторы булып нигеҙендә Башҡортостандың күп милләтле халҡының юғары толерантлығы ятҡан тотороҡло сәйәси хәлдәр тороуын билдәләп үтте.
Парламент спикеры Башҡортостан Республикаһы делегацияһын 2010 йылдың апрелендә Кореяла йылы ҡабул итеүҙәрен хәтергә төшөрҙө һәм, Корея делегацияһының Өфөгә килеүе был бәйләнештәрҙең емешле үҫешенә булышлыҡ итәсәк, тигән ышанысын белдерҙе.
Корея делегацияһы башлығы Ким Донг Сун Корея Республикаһының тәбиғәт ресурстары запастарына ярлы булыуын, әммә үҙенең тауарҙарын экспортлау буйынса донъяла етенсе урында тороуын билдәләне.
— Был хөкүмәттең предприятиеларға ярҙам итеүе, уларҙың баҙарҙа конкурент һәләтлелеген артырырға ынтылыуы арҡаһында килеп сыға, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. — Был үҙ иҡтисадыбыҙҙы үҫтерергә генә түгел, башҡа илдәргә лә капитал һалыуҙар башҡарырға мөмкинлек бирә. Мәғлүмәт технологиялары, суднолар төҙөү, машиналар эшләү һәм башҡа тармаҡтарҙың юғары үҫеше менән берлектә илдә экология бизнесы ла үҫешә башланы, Башҡортостан өсөн бының айырыуса ҡыҙыҡлы булыуы бар.
Корея Республикаһы делегацияһы башлығы Корея эшҡыуарҙарының Башҡортостанда яҡтылыҡ-диодлы продукция етештереү өлкәһендә эшләргә теләүен билдәләне һәм бындай производствоның республикала локалләштерелеүен яҡшы план тип атаны.
Был проект — хеҙмәттәшлегебеҙҙең башы ғына, уның артынса юғары технологиялы завод ҡорамалдары етештереү, нефтехимия, ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын эшкәртеү кеүек өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлек итеүебеҙ ихтимал, тип билдәләне Ким Донг Сун һәм бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа тейешле һалым ташламаларынан файҙаланыу хоҡуғын биреү үтенесе менән республика парламенты спикерына мөрәжәғәт итте.
— Был мәсьәләләрҙең барыһы ла ҡануниәт менән көйләнә һәм ҡануниәт һығылмалылыҡ күрһәтергә мөмкинлек биргән осраҡта, беҙ Корея эшҡыуарҙарының республикаға килеүенә ҡулай шарттар тыуҙырырға әҙербеҙ, - тип ышандырҙы Башҡортостан парламенты спикеры.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика