09:00 (UTC+5), 25 Марта 2011

Рөстәм Хәмитов һәм Руслан Аушев Өфөлә БДБ илдәренең ветерандар ойошмаларын йыйыу тураһында һөйләшеп килеште

Тимур Рәхмәтуллин | фото: Олег Яровиков
Кесаҙна, 24 мартта, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда Берләшмә ағзаһы дәүләттәренең хөкүмәт башлыҡтары Советы ҡарамағындағы Яугир-интернационалистар эштәре буйынса комитет рәйесе Руслан Аушев менән осрашты.
БР Президенты һәм Комитет башлығы Берләшмә илдәре ветерандар ойошмаларының Координацион Советын 20 апрелдә Өфөлә үткәреү тураһында һөйләшеп килеште.
Руслан Аушев һүҙҙәренсә, Башҡортостан бындай сараны үткәреү өсөн осраҡлы һайланмаған: республика БДБ-ның географик үҙәгендә урынлашҡан.
— Бында Ингушетия Президенты булараҡ килгән осорҙан уҡ республика етәкселеге менән йылы мөнәсәбәттәр һәм Өфө хаҡында яҡшы хәтирәләр һаҡлана миндә, - тине Руслан Аушев. Уның әйтеүенсә, ул Рөстәм Хәмитовҡа Координацион Советты Өфөлә үткәреү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән, һәм Башҡортостан Президенты фатиха биргән.
Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Координацион Советты бишлегә үткәрәсәк һәм Берләшмә илдәре делегацияларын ҙур ихласлыҡ менән ҡабул итәсәк, тип билдәләне.
Координацион Советта хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү, ветерандарҙы социаль яҡлау мәсьәләләре тикшереләсәк.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика