Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Март 2011, 09:56

Өфөлә Башҡортостан Президентының Палестина милли хакимиәте башлығы Мәхмүд Аббас менән осрашыуы үтте

Өфөлә, Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Палестина милли хакимиәте башлығы Мәхмүд Аббас менән осрашыуы үтте. Унда Палестина делегацияһы ағзалары һәм Башҡортостан етәкселеге вәкилдәре ҡатнашты.
— Һеҙҙе Өфөлә ҡабул итеү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт, — тине Башҡортостан Президенты Мәхмүд Аббасты сәләмләп. — Һеҙҙең визит — республика өсөн мөһим тарихи ваҡиға. Башҡортостан дуҫлыҡ һәм татыулыҡ өсөн һәр ваҡыт асыҡ, бигерәк тә күп быуатлыҡ мәҙәни бәйләнештәребеҙ булған халыҡтар өсөн. Мин, тәү сиратта, ғәрәп донъяһынан килгән һәм башҡорт милләтен туплауҙа, уның милли рухын һәм холоҡ-фиғелен формалаштырыуҙа ҙур роль уйнаған ислам динен күҙ уңында тотам.
Рөстәм Хәмитов, тап Өфө ислам динен тотҡан Рәсәй халҡын берләштереүсе үҙәк булып тора, 200 йылдан ашыу бында Рәсәй мосолмандары Диниә назараты эшләп килә, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта башҡорттар исламды һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм татыулыҡ дине күреп ҡабул итә.
— Республикала мосолмандар һәм Православие динен тотоусылар бер тигеҙ тиерлек, һәм беҙҙең республика — төрлө конфессия вәкилдәренең быуаттар дауамында дөйөм мәсьәләләрҙе бергәләп һәм килешеп хәл итеү үрнәге, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙә дин халыҡтарҙы, мәҙәниәттәрҙе берләштереүгә, уларҙың бер-береһен байытыуына хеҙмәт итә. Бындай гармониялы мөнәсәбәттәр әүҙем иҡтисад һәм көслө социаль өлкә өсөн мөһим тәүшарт булып тора.
Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, Башҡортостанға республика алдында торған бурыстарҙы хәл итеү өсөн партнерҙар кәрәк, ә Палестина менән мөнәсәбәттәрҙең потенциалы ҙур, уларҙы мотлаҡ бойомға ашырырға кәрәк. Республика башлығы Палестина делегацияһын конфессия-ара диалогты ойоштороу, күп милләтле мәҙәниәтте, мәғарифты үҫтереү буйынса тәжрибәһен ентекләберәк өйрәнеү өсөн Башҡортостанға саҡырҙы.
— Һеҙҙең менән контактты көсәйтергә теләр инек, был беҙҙең халыҡтарыбыҙ мәнфәғәтендә яҡшы һөҙөмтәләр бирәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Палестина милли хакимиәте башлығы һөйләүенсә, бер йыл элек ул Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевҡа Башҡортостан Республикаһын барып күрергә теләүе хаҡында белдергән. Дмитрий Медведев быны бик яҡшы һайлау тип атаған. Мәхмүд Аббас, бөгөн, республиканы күргәс, бындай осрашыуҙарҙы киләсәктә лә дауам итергә кәрәклеген аңланым, тип билдәләне.
— Башҡортостан төрлө конфессияларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге үрнәге булып тора, был — тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәү өлгөһө, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Мәхмүд Аббас Палестина һәм Израиль мөнәсәбәттәре, көнсығыш Иерусалимға бәйле хәлдәр тураһында һөйләне, һәм шул уҡ мәлдә барыһының да 60 йылдан ашыу барған низағтарҙан һәм бәрелештәрҙән арыуын билдәләне.
— Беҙҙең тыныслыҡ башланғыстарыбыҙ киң күләмдә теләктәшлек табыр, тигән ышаныста беҙ донъя буйлап йөрөйбөҙ, - тине ул.
Мәхмүд Аббас Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү перспективаларын юғары баһаланы һәм үҙ халҡының тормошо менән яҡындан таныштырыу өсөн республика Президентын Палестинаға саҡырҙы.
Рөстәм Хәмитов саҡырыуы өсөн Мәхмүд Аббасҡа рәхмәт белдерҙе һәм, тыныслыҡ теләү — кеше һәм ил өсөн иң мөһиме, тип билдәләне.
— Беҙ Палестинаның үҫешеүен, иҡтисадының тотороҡло булыуын теләйбеҙ. Башҡортостандың ҡеүәтле иҡтисады бар һәм ул Палестинаға һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙер, һеҙ һәр ваҡыт беҙгә таяна алаһығыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Автор:Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: