Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Март 2011, 14:45

Башҡортостан депутаттары Дәүләт Думаһына 57 закон проекты индергән

Башҡортостан депутаттары Дәүләт Думаһына 57 закон проекты индергән, улар әлеге ваҡытта тикшереүгә ҡуйылған. Был хаҡта кисә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашыуында РФ Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников белдерҙе.
Павел Крашенинниковтың әйтеүенсә, Дәүләт Думаһында бөгөн Башҡортостандан 13 кеше эшләй. Улар дөйөм депутаттар иҫәбенең ни бары өс процентын тәшкил итә. Ләкин үҙҙәренең юғары әүҙемлеге арҡаһында беҙҙең депутация закондар сығарыу эшмәкәрлегендә ете процент күрһәтә.
— БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҙа үҙенең закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын уңышлы ғәмәлгә ашыра, — тине Павел Крашенинников. – Закон проекттары һуңғы арала төбәктәрҙән йышыраҡ та килә башланы. Бер нисә йыл элек кенә уларҙың ҙур өлөшө, шул иҫәптән Башҡортостан менән тәҡдим ителгәндәре лә, кире ҡағыла ине. Хәҙер төбәктәр менән күрһәтелгән закон проекттарының 20 проценты самаһы закон булып китә.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: