12:05 (UTC+5), 23 Марта 2011

Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре асылды

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Мәскәүҙә Рәсәй Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһы көндәрен асыу тантанаһы үтте. Дәүләт Думаһы рәйесе Борис Грызлов фекеренсә, был сара республикаға үҙенең ҡаҙаныштарын күрһәтеүҙән тыш, Рәсәй парламенты етәкселеге менән артабан федераль закон проекттарына нигеҙ булырлыҡ мөһим мәсьәләләрҙе тикшерергә мөмкинлек бирә.
— Һуңынан федераль закондарға әйләнгән төбәк башланғыстары проценты һуңғы бер нисә йылда һиҙелерлек артты, - тине Борис Грызлов. — Ун йыл элек төбәк парламенттары менән индерелгән тәҡдимдәрҙең ни бары бер-ике проценты ғына закон булып китә торғайны. Хәҙер төбәк закон сығарыу инициативаһының 20 проценты самаһы ғәмәлгә ашырыла, шул иҫәптән Башҡортостандан да.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Думаһының Башҡортостан парламентарийҙары менән тәҡдим ителгән закон проекттарына күрһәтелгән ышанысын республика юғары баһалай, тип билдәләне һәм, беҙҙең депутаттар менән федераль ҡануниәткә индерелгән төҙәтмәләр һәр ваҡыт иҫәпкә алынасаҡ, тигән ышанысын белдерҙе.
— Дәүләт Думаһында Башҡортостан республикаһы көндәре беҙҙең өсөн — Рәсәй дәүләт власының мөһим элементы менән аралашыуҙағы яңы һүҙ ул, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең республика, яңы модернизациялы үҫеш юлына аяҡ баҫып, был мөмкинлекте үҙенең тәбиғи потенциалын, иҡтисади мөмкинселектәрен күрһәтеү өсөн файҙалана. Республика һәр ваҡыт Рәсәйҙең ышаныслы субъекты булды. Бер ҡасан да ул ил етәкселеген ҡыйын хәлдә ҡалдырманы.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика