Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Март 2011, 09:31

Рөстәм Хәмитов Джидда иҡтисади форумы эшендә ҡатнашты

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының эшлекле даирәләре делегацияһы етәксеһе сифатында Сауд Ғәрәбстанындағы Джидда иҡтисади форумы эшендә ҡатнашты, тип хәбәр итте БР Президентының матбуғат хеҙмәте. Джиддаға сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов “Рәсәй – Ғәрәп донъяһы” Рәсәй- Ғәрәбстан бизнес-диалогын асты, Сауд Ғәрәбстанының төп бизнесмендары һәм башҡа илдәрҙән иҡтисади форум делегаттары алдында сығыш яһаны. Үҙенең сығышында Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың хәле, республиканың инвестицион күркәмлеге хаҡында һөйләне, шулай уҡ төбәк менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе.
Бизнесмендар менән әңгәмә барышында Рөстәм Хәмитов Башҡортостан конструктив диалог өсөн асыҡ һәм төбәк иҡтисадына сит ил капиталын йәлеп итеү өсөн бөтөн шарттар тыуҙырырға әҙер булыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта республика башлығы инвесторҙарҙы Башҡортостанға килергә, төбәк менән хеҙмәттәшлек перспективаларын баһаларға саҡырҙы.
20 мартта Рөстәм Хәмитов Ислам конференцияһы ойошмаһының генераль секретары Экмеледдин Ихсаноглу менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Унда фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләре күтәрелде. Ойошманың генераль секретары резиденцияһында Рөстәм Хәмитов Джидданың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты шәйех Салех Камел менән аралашты. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы башлығы Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды һәм яҡын арала ике яҡлы иҡтисади бәйләнештәр өсөн ҡеүәтте һәм мөмкинлектәрҙе өйрәнеү өсөн республикаға бер төркөм эксперттар ебәрергә ниәтләүен белдерҙе. Рөстәм Хәмитов шәйех Салих Камелде «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы үткәрелгән көндәрҙә Башҡортостанға саҡырҙы.
Артабан Рөстәм Хәмитов Ислам үҫеш банкыһы етәксеһе Ахмед Мохаммед Али менән осрашты. Республика менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен баһалау өсөн Башҡортостанға банк делегацияһын ебәреү ихтималлығы тураһында килешеүгә өлгәшелде.
Джиддала Башҡортостан делегацияһы күренекле ватандашыбыҙ, совет дипломаты, шәрҡиәтсе Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимовтың эшмәкәрлегенә бәйле иҫтәлекле урындарҙа булды. Башҡортостанда тыуып үҫкән шәрҡиәтсе Кәрим Хәкимов Советтар Союзының хәҙерге Сауд Ғәрәбстаны территорияһындағы тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле була. Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре Сауд Ғәрәбстаны короле Әбдел Азиз ибн Сауд резиденцияһы урынлашҡан музейҙы ҡараны. Был резиденцияла ул дипломат менән осрашҡан. Музей хеҙмәткәрҙәре Джидданың иҫке өлөшөндә Кәрим Хәкимов йәшәгән йортто табырға ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.
«Был кешенең шәхесе һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уны хәтерләйҙәр, ихтирам итәләр һәм беләләр. Кем менән генә аралашһам да, уның менән һоҡланыуын белдерәләр. Беҙҙең өсөн был өҫтәмә бонус һәм шуға күрә улар (Сауд Ғәрәбстаны) беҙҙең республикаға битараф түгел», – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостанда тыуып үҫкән күренекле дипломат хаҡында Рөстәм Хәмитовтың Эр-Рияд провинцияһы губернаторы принц Сәлмән бен Әбдел Азиз менән осрашыуында ла һүҙ барҙы. Рөстәм Хәмитов, март аҙағында Өфөлә “Рәсәй һәм ислам донъяһы: үҙ-ара цивилизациялы бәйләнеш тарихы һәм перспективаһы” халыҡ-ара конференцияһы үткәреләсәк, тип билдәләне. Сара Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнала.
Бынан тыш, осрашыуҙа Башҡортостан менән Эр-Рияд провинцияһы араһында мәҙәни алмашыу тураһында һөйләшеп килешеүгә өлгәшелде. Сәлмән бен Әбдел Азиз бизнес кимәлендә үҙ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлектең мөһимлеген билдәләне һәм Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостанға саҡырыуын ҡабул итергә вәғәҙә бирҙе.
«Сауд Ғәрәбстанының эре бизнес вәкилдәре республикабыҙға ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтте һәм хәҙер беҙ ошо илдән эре бизнесмендарҙың ҙур делегацияһын көтәбеҙ. Уларҙы банк, нефть химияһы, нефть эшкәртеү, медицина өлкәһендәге проекттар ҡыҙыҡһындыра. Урындағы финанс даирәләре беҙҙең ауыл хужалығына ғәйәт ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Беҙҙә уларға күрһәтерлек нәмәләр бар», – тине Рөстәм Хәмитов.
Белешмә. 1999 йылдан башлап йыл да үткәрелеүсе Джидда иҡтисади форумы Ғәрәп донъяһы илдәренең иҡтисади тормошонда бик ҙур ваҡиға иҫәпләнә. Форумда донъяның 30-ҙан ашыу дәүләтенән ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша. 2011 йылда Джидда иҡтисади форумы «ХХI быуатҡа трансформация» лозунгыһы аҫтында үтә.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: