Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.47
0
92.28
0
66.75
-0.05
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Март 2011, 14:35

Өфө тыуым буйынса миллионлы халҡы булған Рәсәй ҡалалары араһында беренсе урында

Өфө тыуым кимәле һәм халыҡтың тәбиғи артыуы буйынса 2010 йылда илебеҙҙең миллионлы халҡы булған ҡалалары араһында (Мәскәүҙе һәм Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда) алдынғы урынға сыҡты. Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Валентин Сотниченко хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, тыуым артыуы 2010 йылда илебеҙҙең миллиондан ашыу халҡы булған бөтөн ҡалаларында ла билдәләнгән. Ләкин Өфөнән тыш, уларҙың икәүһендә – Новосибирск һәм Екатеринбургта ғына халыҡтың тәбиғи артыуы теркәлгән. Өфөлә иһә халыҡтың тәбиғи артыуы өсөнсө йыл рәттән күҙәтелә, һәм билдәле бер осроҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы бындай демографик ҡаҙаныштары менән маҡтана алырлыҡ берҙән-бер миллионлы ҡала ла булғайны.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: