Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Март 2011, 18:04

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан инвестициялар өсөн асыҡ»

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Arab News баҫмаһына интервью бирҙе. Ул, атап әйткәндә, Сауд Ғәрәбстаны бизнесмендары өсөн инвестиция мөмкинлектәре күп, тип белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов баҫмаға Джиддалағы Иҡтисади форумда урындағы бизнесмендар менән республика аграр секторына инвестиция һалыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләшеүе тураһында әйтте. Әммә был һөйләшеүҙәрҙең ниндәй стадияла булыуына асыҡлыҡ индермәне.
Ул, Короллеккә сәфәренең төп маҡсаты – Яҡын Көнсығышты нефть һәм газ сығарыу, эшкәртеү заводтары менән билдәлелек алған Башҡортостан менән таныштырыу, тип өҫтәне.
«Сауд Ғәрәбстанына мине Ислам конференцияһы ойошмаһының генераль секретары Экмеледдин Ихсаноглу саҡырҙы. Әммә, Джиддала Иҡтисади форум үтәсәге хаҡында белгәс, сәфәрҙе ошо сара менән берләштерергә ҡарар иттек», —тине ул.
«Сәфәребеҙ һөҙөмтәле үтә, һәм беҙ, Сауд Ғәрәбстаны инвесторҙары Башҡортостанға килер, тип ышанабыҙ».
Башҡортостан Президенты республиканың нефть эшкәртеү һәм химия производствоһы өлкәһендә Рәсәйҙең алдынғы төбәге булыуына һәм ауыл хужалығы менән бер рәттән, ошо тармаҡтарҙа ла инвестиция мөмкинлектәре барлығына ҡарамаҫтан, ул тағы ла күберәк нәмәләр тәҡдим итә алыуын белдерҙе.
«Беҙҙә һаулыҡты нығытыу туризмы, айырыуса шифаханаларыбыҙҙың перспективалары ҙур», — тине Рөстәм Хәмитов.
«Башҡортостанда быуындар һыҙлауын, айырыуса артрит кеүек быуын ауырыуҙарын дауалауҙа уңышлы ҡулланылыусы ер аҫты парҙары сығанаҡтары бихисап. Әммә был хаҡта күптәр белмәй, айырыуса Яҡын Көнсығышта, шуға күрә беҙ шифаханаларҙы күберәк төҙөргә ярҙам иткән инвесторҙар эҙләйбеҙ».
Ул, быуындары һыҙлауҙан яфаланған кешеләр бындай дауаланыуҙан һуң ғәҙәттә ике-өс аҙна үтеүгә һауыға, тип тә өҫтәне.
Рөстәм Хәмитов Сауд Ғәрәбстаны халҡы өсөн Башҡортостанда ярайһы ҙур туристик мөмкинлектәр булыуын билдәләне.
«Башҡортостан халҡының 55 проценты – мосолмандар. Был беҙҙә мәҙәни алмашыу өсөн перспективаларҙың күп булыуын аңлата», – тине Башҡортостан Президенты һәм, Короллек менән республика араһында мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлеккә ышанам, тип өҫтәне.
«Башҡортостандың тәбиғәте матур. Беҙҙә яҡшы кешеләр йәшәй һәм ике мең йыл элек ҡулланыуҙа булған алтын һәм көмөш артефакттар тупланған һоҡланғыс музейҙар бар. Ислам беҙҙә мең йыл элек ҡабул ителгән һәм ул осорҙоң бик күп археологик табылдыҡтары һаҡлана».
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, уның фамилияһы Хәмид тигән ғәрәп исеменән яһалған. Уның аңлатыуынса, ата-бабаларының береһе Хәмид мулла исеме менән билдәле имам булған.
«Фамилиямдың ғәрәп тамырҙарынан булыуына ғорурланам», — тине ул.
Башҡортостан Президенты сәфәре сиктәрендә кесе хаж ҡылыу мөмкинлеге сығыуы уңайынан ифрат бәхетле булыуын да билдәләне. Эш сәфәре дүшәмбе тамамланып, ошо көндө ул республикаға ҡайтасаҡ, тип көтөлә.
Рөстәм Хәмитовтың Президент вазифаһындағы дүрт йыллыҡ вәкәләттәр срогы былтыр башланды.
Башҡортостан Волга йылғаһы һәм Урал тауҙары араһында, Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Халҡы –4 миллиондан ашыу кеше. Республиканың баш ҡалаһы – Өфө.
Баҫманың төп нөсхәһе ошо адрес буйынса урынлашҡан: http://arabnews.com/economy/article323925.ece
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: