03:53 (UTC+5), 15 Марта 2011

Башҡортостандың «берҙәм рәсәйлеләре» Башҡортостанға йәйге ваҡыттан баш тартырға тәҡдим итте

Евгений Рәхимҡолов | фото: Азат Саҙрыев
«Берҙәм Рәсәй» Башҡортостанда 27 мартта йәйге ваҡытҡа күсеүгә ҡаршы сыҡты. Был хаҡта журналистарға партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов белдерҙе.
— Беҙ Башҡортостанда сәғәт телдәрен йәйге ваҡытҡа күсереүҙән баш тартыу тәҡдиме менән сығыш яһаған республика Президенты Рөстәм Хәмитовты хуплайбыҙ, — тине ул. — Был аҙым беҙҙең төбәктәге ваҡытты географик ваҡытҡа яҡынайтыу мөмкинлеге бирәсәк.
Әгәр республикала киләһе аҙнала сәғәт уҡтары бер сәғәткә алға күсерелмәһә, беҙҙең төбәк дүртенсе сәғәт бүлкәтенән өсөнсөгә күсәсәк. Өфө менән Мәскәү араһындағы ике сәғәтлек ваҡыт айырмаһы бер сәғәткә ҡыҫҡарасаҡ. Рөстәм Ишмөхәмәтов фекеренсә, был һәйбәт, сөнки Башҡортостан күпселек төбәктәр Мәскәү ваҡыты менән йәки бер сәғәт айырмаһы менән йәшәгән Волга буйы федераль округына ҡарай.
Йәйге ваҡытҡа күсеүҙән баш тартыу федераль үҙәк менән хеҙмәттәшлеккә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Ваҡыт айырмаһының ҡыҫҡарыуы арҡаһында республика министрлыҡтарының һәм ведомстволарҙың, бизнестың Мәскәү менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә ваҡыты күберәк ҡаласаҡ.
Әммә йәйге ваҡытҡа күсеүҙән баш тартыуҙың төп маҡсаты – иҡтисади күрһәткес түгел, ә кешеләр сәләмәтлеге.
— Бихисап тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, сәғәт күсереү кеше биоритмына кире тәьҫир итә, — тине Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Йәйге һәм ҡышҡы ваҡыт индереү хата булды. Сәғәт күсереүгә кешеләр ауыр яраҡлаша, стрестар һәм ауырыуҙар башланыу ихтималлығы арта.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанға йәйге ваҡытҡа күсеү-күсмәү мәсьәләһе интернетта, шул иҫәптән Рөстәм Хәмитовтың «Йәнле журнал»дағы блогында әүҙем тикшерелә. Рөстәм Ишмөхәмәтов һүҙҙәренсә, яҡын арала йәйге ваҡыттан баш тартыу инициативаһы берҙәм рәсәйлеләр араһында тикшереләсәк һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәҡдим ителәсәк.
Һәм әгәр Башҡортостандың йәйге ваҡытҡа күсеүҙән баш тартыуын Мәскәү ҙә хуплаһа, республикала астрономик йәһәттән дөрөҫ тип һаналған ҡышҡы ваҡыт ҡына ҡалдырыласаҡ. Быйылдан башлап сәғәт уҡтарын ҡышҡы һәм йәйге ваҡытҡа күсереү бөтөн Рәсәй территорияһында ғәмәлдән сығарыла – тейешле белдереүҙе ил Президенты Дмитрий Медведев февралдә үк әйтеп ишеттергәйне. Һуңғы тапҡыр сәғәт телдәрен 27 мартта күсереү планлаштырыла. Көҙгөһөн улар ҡышҡы ваҡытҡа күсерелмәйәсәк.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика