Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.17
-0.55
91.97
-0.45
70.01
-0.03
28+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Март 2011, 14:39

БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры итеп Сергей Лаврентьев тәғәйенләнде

10 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сергей Лаврентьевты Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры итеп тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Белешмә: Сергей Лаврентьев 1952 йылдың 19 апрелендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған, тарих фәндәре кандидаты.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының ғилми эш буйынса беренсе проректоры булып эшләй.
Сергей Лаврентьев БАССР Юғары Советы Президиумы грамотаһы, «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланған, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ булған, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: