10:51 (UTC+5), 11 Марта 2011

Башҡортостан парламентарийҙары урындағы чиновниктарҙың эшен тикшерәсәк

Марина Шумилова
Башҡортостан парламентарийҙары урындағы чиновниктарҙың эшен тикшерәсәк. Ошондай эш үткәреү өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың бойороғо менән парламентта эш төркөмдәре ойошторолдо. Уларҙың составына ингән Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитет ағзалары, парламент Секретариатының яуаплы хеҙмәткәрҙәре 11 – 25 мартта республиканың ҡала һәм райондарына барып, урындарҙа граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһындағы ҡануниәттең үтәлеше мәсьәләләрен өйрәнәсәк.
- Беҙ үҙебеҙҙең почтаға анализ яһаныҡ һәм хаттар, ялыуҙар күпләп килгән урындарҙы билдәләнек, – ти комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков. – Халыҡ менән осрашыуҙар практикаһы күрһәтеүенсә, кешеләрҙе көнүҙәк проблемаларының хәл ителеүе ҡыҙыҡһындыра, берәү ҙә, әйтәйек, Ливияға парашютлы десант төшөрөүҙе талап итмәй. Бөтә мәсьәләләрҙе урындарҙа хәл итергә мөмкин. Хаттар ағымы урындағы властың эшләп еткермәүе хаҡында һөйләй. Шуға күрә урынға барыуҙарҙың төп маҡсаты – чиновниктарҙың ҡабул ителгән закондарҙы нисек үтәүен тикшереү.
Кисә депутаттар тәүге сәфәргә сыҡты. Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков етәкселегендәге эш төркөмө Салауат ҡалаһында булды. Артабан Белорет, Благовар, Стәрлетамаҡ һәм Шишмә райондарына сәфәрҙәр көтөлә. Улар барышында парламентарийҙар урындағы хакимиәт һәм совет хеҙмәткәрҙәре менән осрашасаҡ, граждандарҙы ҡабул итәсәк.
Эш сәфәрҙәре йомғаҡтары буйынса Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеттың Стәрлетамаҡта күсмә ултырышы үткәреләсәк.
Эш төркөмдәре составына Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков, уның урынбаҫары Венера Шәрәфетдинова, депутаттар – комитет ағзалары Вячеслав Гордиенко, Альберт Әхмәтшин, Шамил Бикҡолов, Валерий Мансуров, Виктор Сандаков, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының яуаплы хеҙмәткәрҙәре инде, тип хәбәр итә БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика