05:28 (UTC+5), 09 Марта 2011

Рөстәм Хәмитов: «Ҡатын-ҡыҙ – бәхеткә саҡырыу ул»

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март менән ҡотланы.
— Бөгөн беҙҙең, ир-егеттәрҙең, һеҙгә — хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, иң изге хистәребеҙҙе һәм рәхмәтебеҙҙе белдерергә мөмкинселегебеҙ бар. Һеҙ үҙегеҙҙең иңдәрегеҙгә ғаилә усағы, йылылығы һәм именлеге өсөн яуаплылык һалғанһығыҙ. Шул ук вакытта күптәр балаларын тәрбиәләп, йорт мәшәҡәттәре менән генә булып ҡалмай, һөнәри эшсәнлектә лә ҙур уңыштарға өлгәшә. Белемлелегегеҙҙе, ойошҡанлығығыҙҙы, ҡайғыртыусанлығығыҙҙы күрһәтеп, һеҙ ир-егеттәр менән бер рәттән республикабыҙ тормышоноң күп тармаҡтары үҫешенә ҙур өлөш индерәһегеҙ. Дәүләттең һәм йәмғиәттең төп бурысы — ҡатын-кыҙҙарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен тәьмин итеү, ғаиләне һәм әсәләрҙе һаҡлау. Башҡортостанда ошо максаттар дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тора. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙҙең көндәлек проблемаларығыҙ һәм талантығыҙҙы, белем-осталығығыҙҙы тулы күләмдә ҡулланыу өсөн шарттар тыуҙырыу киләсәктә лә беҙҙең иғтибар үҙәгендә булыр.
Ҡатын-ҡыҙ – бәхеткә саҡырыу ул, тиҙәр. Һәм беҙ, ир-егеттәр, ошо саҡырыуға лайыҡлы булырға ынтылырға тейешбеҙ. Байрам көнөндә генә һеҙгә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтергә тейеш түгелбеҙ. Һәр көн һеҙҙең өсөн ышаныслы терәк, хәстәрле ул, яратыусы тормош юлдашы, изгелекле хеҙмәттәш, тоғро дуҫ булырға бурыслыбыҙ.
Ихлас күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем, — тиелә төбәк башлығының ҡотлауында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика