04:42 (UTC+5), 09 Марта 2011

Григорий Рапота ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март менән ҡотланы

"Башинформ"
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота ҡатын-ҡыҙҙарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.
— Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Ысын күңелдән һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!
Һәр кешенең — өлкәндәрҙең һәм балаларҙың бәхетле тормошо өсөн иң мөһим шарттарҙың береһе — ҡатын-ҡыҙ йөрәгенең йылылығы һәм изгелеге. Беҙ яҙмышыбыҙҙағы күп нәмә өсөн әсәйҙәребеҙгә, яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға бурыслы, шуға күрә һеҙҙең өсөн донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышабыҙ.
Хәҙерге тормоштоң көсөргәнешле шарттарында һеҙ карьера баҫҡысынан күтәрелергә һәм балалар тәрбиәләргә, ижтимағи эш менән шөғөлләнергә һәм заман менән бергә атларға өлгөрәһегеҙ. Волга буйы федераль округында әүҙем һәм башҡаларҙың проблемаларына битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар күп, улар дөйөм дәүләт бурыстарын хәл итеүҙә гражданлыҡ йәмғиәтенең таянысы булып тора.
Байрам көндәрендә беҙ һәр ваҡыт иң нескә хис-тойғолар енән әсәйҙәрҙе ҡотлайбыҙ. Күп балалы әсәләргә һәм ғаиләләрендә уллыҡҡа алынған балалар тәбиәләүселәргә айырым ихтирам күрһәтәбеҙ. Был - ысын батырлыҡ, һәм беҙҙең йәмғиәттә һәр кеше бындай әсәләрҙең хеҙмәтен хөрмәт итергә тейеш.
Һеҙҙең барығыҙға ла ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, ғаилә бәхете теләйем. Яҡындарығыҙ һәр ваҡыт иғтибар һәм ҡайғыртыусанлыҡ күрһәтһен!”
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика