06:34 (UTC+5), 09 Марта 2011

Балаҡатай районына дауахананы реконструкциялауға бер нисә йөҙ миллион талап ителә

Евгений Рәхимҡолов | фото: Алексей Ужегов
Балаҡатай районына Үҙәк район дауаханаһын реконструкциялауға бер нисә йөҙ миллион һум талап ителә. 6 мартта республиканың төньяҡ-көнсығышына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов бында булып, урындағы медиктарҙың һәм уларҙың пациенттарының проблемалары менән танышты.
Дауахананың төп проблемаһы – инфекция бүлексәһе. Унда 2009 йылда ғына косметик ремонт үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, был бинаның торошо насар булып ҡала һәм стандарттарға яуап бирмәй.
Табиптар әйтеүенсә, дауахана тулыһынса эшләһен өсөн 70 урынлыҡ хирургия корпусы төҙөргә кәрәк. Был 135 миллион һумға төшәсәк. Бынан тыш, поликлиниканы реконструкциялау ҙа талап ителә. Был тағы ла 95 миллион һум аҡса. Һәм ниһайәт, инженерлыҡ коммуникациялары үткәреү һәм ҡаҙанлыҡ урынлаштырыу өсөн дауаханаға 10 миллион һум кәрәк.
Балаҡатай районында Башҡортостан башлығы йәнә коррекция мәктәп-интернатында булды һәм ике аграр предприятиеның эше менән танышты.
Шуларҙың береһе – «Газ-Сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең иген үҫтереү һәм он тарттырыу менән шөғөлләнгән ярҙамсы хужалығы. 2010 йылда бында 3,2 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алынған.
Балаҡатай районындағы Президент ҡараған икенсе предприятие базаһында – «Лидер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә— Венгрияның «FarmExport» фирмаһы һөтсөлөк комплексы төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Сит ил эшҡыуарҙары «Лидер» йәмғиәтен мал һимертеү производствоһын ойоштороу өсөн файҙаланырға йыйына.
Рөстәм Хәмитов булып киткән коррекция мәктәп-интернаты республиканың төньяҡ-көнсығышындағы биш районды хеҙмәтләндерә. Унда 80 бала белем ала. Мәктәптең төп проблемаһы –авария хәлендәге ашхана. Уны файҙаланыу 2009 йылда суд ҡарары менән тыйылған. Ярты быуат элек ағастан төҙөлгән уҡыу кластары ла иҫке. Унда дәрестәр үткәреү балалар ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефле. Коррекция мәктәбен реконструкциялау проекты әҙерләнгән. Ул яңы ике ҡатлы бина төҙөүҙе күҙаллай. Был төҙөлөш 110 миллион һумға төшәсәк.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика