07:39 (UTC+5), 05 Марта 2011

Зөфәр Еникеев Салауат Юлаев ордены менән наградланды

Марина Шумилова
5 мартта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламенты Секретариаты етәксеһе Зөфәр Еникеевҡа Салауат Юлаев ордены тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, Салауат Юлаев ордены менән Зөфәр Еникеев хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн һәм 60 йәше тулыу айҡанлы наградланды. Тантаналы сара БР Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында үтте.
Юридик фәндәр докторы Зөфәр Еникеев республикала үҙенең фәнни һәм депутатлыҡ эшмәкәрлеге менән киң билдәле. Ун икенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы депутаты, өс тапҡыр, 1995 йылдан башлап, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайланды, Урындағы үҙидара мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр эштәре, мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитетты етәкләне. 1996 йылдан 2000 йылға тиклем Европаның Урындағы һәм төбәк властары конгресында Рәсәй Федерацияһы вәкиле булып торҙо. 2010 йылдың сентябренән — БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика