10:23 (UTC+5), 01 Марта 2011

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Башҡортостан Хөкүмәтенә «Ҡыҙыл паша»ның документтарын тапшырҙы

Евгений Рәхимҡолов
Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә ватаныбыҙҙың арҙаҡлы дипломаты, Яҡын Көнсығышта «Ҡыҙыл паша» исемен алған яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡындағы документтарҙың күсермәләрен тапшырҙы.
Документтар тапшырыу тантанаһы 1 мартта үтте. Рәсәй Сил ил эштәре министрлығы яғынан ҡабул итеү-тапшырыу актына - Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Илшат Миңлебаев, республика Хөкүмәте яғынан БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡул ҡуйҙы.
Дөйөм алғанда Өфөгә Мәскәүҙән 20 документ бирелде. Улар быйыл республикала Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыуын байрам итеү уңайынан үтәсәк тантаналы сараларҙа күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ.
Зөһрә Рәхмәтуллина һүҙҙәренсә, тапшырылған документтар өсөн БР Хөкүмәтенән Рәсәй Сит ил эштәре министрлығына рәхмәт хаты ебәреләсәк.
Тапшырылған документтар тураһында тулыраҡ материалды «Башинформ» агентлығы сайтының «Тулылыҡ» бүлегендә уҡығыҙ: http://www.bashinform.ru/podrob/343743/.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика