Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Март 2011, 10:53
БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары һәм секретары һайланды
БР Үҙәк һайлау комиссияһы үҙенең сираттағы ултырышында БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары итеп — Наилә Алтынованы, ә секретары итеп Марина Долматованы һайланы. Наилә Алтынова менән Марина Долматованың кандидатураларын БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары, хәл иткес тауыш хоҡуғы биреп, бер тауыштан яҡланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәл иткес тауыш хоҡуғы менән 12 ағза ингән БР Үҙәк һайлау комиссияһы БР Президенты һәм республика парламенты тарафынан ойошторола. Наилә Алтынова БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы итеп — БР Президенты тарафынан, Марина Долматова БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан тәғәйенләнде.
Автор:
Марина Шумилова
Теги:
һайлауҙар
Читайте нас