07:57 (UTC+5), 21 Февраля 2011

Өфөлә БР Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы идараһы ултырышы үтте

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостан Республикаһы Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы идараһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Осрашыуҙа мари, удмурт һәм мордва вәкилдәре ҡатнашты. Был турала «Башинформ» агентлығына «Эрвел Марий» төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Павел Бикмурзин хәбәр итте.
Ултырышта ҡатнашыусылар, Башҡортостанда фин-уғыр халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә, республика үткәргән милли сәйәсәт тәжрибәһе бөтөн Рәсәй өсөн өлгө булып тора, тип билдәләне.
— Беҙ илдең бөтөн фин-уғыр халыҡтары вәкилдәрен берләштерерлек дөйөм Рәсәй ойошмаһы төҙөүҙе тикшерҙек, — тине Павел Бикмурзин. – Республикала бындай берләшмә бар, был тәжрибәне бөтөн Рәсәйгә таратырға кәрәк.
Ассамблея ағзалары шулай уҡ мордва тарихи-мәҙәни үҙәген ойоштороу мәсьәләһен күтәрҙе.
Мәғлүм булыуынса, мариҙарҙың – Мишкә ауылында, удмурттарҙың Яңы Тәтешлелә үҙ тарихи-мәҙәни үҙәктәре бар.
Павел Бикмурзин хәбәр итеүенсә, ултырышҡа башҡа төбәктәрҙән делегаттар килгән. Атап әйткәндә, осрашыуҙа «Мер Канаш» Бөтә мари Советы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Лариса Яковлева һәм Марий Иле мәҙәниәт, матбуғат һәм милләттәр эштәре буйынса министры урынбаҫары Галина Ширяева ҡатнашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика