13:21 (UTC+5), 18 Февраля 2011

Константин Толкачев Ауырғазы районында «Берҙәм Рәсәй» активы менән осрашты

Ауырғазы районының хакимиәт үҙәге Толбазы ауылында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси Советы секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың партия активы һәм партия яҡлылар менән осрашыуы үтте. Осрашыуҙа партияның урындағы бүлексәләре һәм беренсел ойошмалары эше, алдағы һайлауҙарға әҙерлек тикшерелде.
— Беҙҙең алда һайлау кампанияһы тора, уларҙа кандидаттарыбыҙҙың еңеүе төп һөҙөмтә булырға тейеш, — тип билдәләне Константин Толкачев. — Беҙҙең бурыс үҙгәрешһеҙ ҡала: «Берҙәм Рәсәй» бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙа ла еңергә тейеш. Беҙ эшләй белеүебеҙҙе бер тапҡыр ғына иҫбатламаныҡ, хәҙер партияға тырышлығын икеләтә арттырыу талап ителә.
13 мартта ауыл биләмәләре Советтары һайлауҙары үтергә тейешле Ауырғазы районында 206 депутат мандаты алмаштырыласаҡ, «Берҙәм Рәсәй»ҙән кандидаттар бөтөн депутат урындарына ла тиерлек дәғүә итә.
— Беҙҙең өсөн кеше һәр ваҡыт беренсе урында булды һәм булып ҡала, — тип билдәләне Ауырғазы районы хакимиәте башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы Марат Ишемғолов. — Беҙ Ауырғазының һәр кешеһе оҙаҡ һәм бәхетле йәшәһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Районда эшҡыуарлыҡ әүҙем үҫешә. Беҙ йәштәргә, йәш белгестәргә, йәш ғаиләләргә, эшселәр синыфына, пенсионерҙарға һәм ветерандарға әүҙем ярҙам итәбеҙ. Район халҡы һәр һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһы кандидаттарына тауыш бирә, сөнки белә - улар вәғәҙәһен үтәйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика