10:53 (UTC+5), 18 Февраля 2011

Өфөлә демография сәйәсәте проблемаларына арналған түңәрәк өҫтәл үтте

Тимур Рәхмәтуллин
Көн элгәре Өфөлә «Башҡортостан Республикаһында демография сәйәсәте концепцияһы: үҫеш проблемалары һәм хоҡуҡи аспекттары» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Түңәрәк өҫтәлде ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы сығыш яһаны.
Ултырышта Дәүләт Думаһы депутаттары, Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнашты.
Ултырыш барышында дәүләттең ғаилә институты ролен күтәреү, әсәлек һәм балалаҡты яҡлау буйынса стратегик пландары, республикалағы хәҙерге демография сәйәсәтенең хоҡуҡи аспекттары, демография проблемаларын хәл итеүҙә миграция сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге, Башҡортостан республикаһында Демография сәйәсәте концепцияһын тормошҡа ашырыуҙа урындағы үҙидара органдарының, йәмәғәт берекмәләренең һәм киң мәғлүмәт сараларының роле тикшерелде.
— Ғаиләлә икенсе һәм өсөнсө бала тыуыуына этәргес бирерлек өҫтәмә саралар кәрәк, - тип билдәләне Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының белем биреү һәм тәрбиә эше буйынса проректоры Римма Федько. – Ғаиләнең матди мөмкинлектәренә һәм социаль-иҡтисади хәленә ҡарап, ғаиләләрҙең 40 проценты икенсе һәм өсөнсө бала табырға теләмәй.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар менән Башҡортостандағы демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән рекомендациялар ҡабул ителде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика