04:00 (UTC+5), 14 Февраля 2011

Дмитрий Медведев Рөстәм Хәмитов менән эшһеҙлекте кәметеү юлдарын тикшерҙе

Ольга Мортазина
Өфөлә Дәүләт Советы Президиумы ултырышы сиктәрендә Рәсәй Президентының Башҡортостан Президенты менән протокол осрашыуы булды. Президенттар уны эш менән тәьмин итеү тураһындағы мәсьәләгә арнаны.
- Эшһеҙлек проблемаһын нисек хәл итеүегеҙ хаҡында белергә теләйем, – тине Дмитрий Медведев.
- 2010 йылда хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә башланы, – тине республика башлығы. – Рәсми статистика буйынса, эшһеҙлек 2 процент самаһы тәшкил итә. Йәшерен эшһеҙлек кеүек күренеш бар, минеңсә, ысынбарлыҡта был күрһәткес 8 процентҡа етә. 2010 йылда 1,5 мең эш урыны булдырылған. Беҙҙең бурыс – киләһе дүрт-биш йылда 30-35 мең эш урыны булдырыу. Быны тормошҡа ашырыу юлын аңлайбыҙ. Мәҫәлән, ауыл хужалығындағы эшһеҙлек. Үҙҙәренең шәхси хужалығында эшләһәләр ҙә, күп кенә кешеләр эшһеҙ тип иҫәпләнә. Байтаҡ ауыл хужалығы проекты уйланылған. Беҙ шулай уҡ бәләкәй бизнесты үҫтереү өҫтөндә әүҙем эш башланыҡ.
- Йыш ҡына проблемалар тәүге көсөргәнешлекте бөтөрөү, средстволар һалыу юлы менән хәл ителә. Һеҙ дөрөҫ фекерләйһегеҙ, – тине Дмитрий Медведев. – Иң мөһиме – яңы производстволар асыу. Эш урындары коммерция өлкәһендә генә булдырылырға тейеш түгел. Күптән түгел был проблеманы Хөкүмәт менән тикшерҙек. Бәләкәй бизнес буйынса бер нисә программа бар. Улар төбәктәр менән берлектә тормошҡа ашырылырға тейеш. Был программалар финанс бүлеүҙе күҙ уңында тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика