08:47 (UTC+5), 14 Февраля 2011

«БР территорияһында ауыл хужалығы малын көтөү һәм ҡыуыуҙы тәртипкә килтереү тураһында»ғы закон проекты йәмәғәтселек тикшереүенә сығарылды

Марина Шумилова
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ауыл хужалығы малын көтөү һәм ҡыуыуҙы тәртипкә килтереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы проектын йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим итә.
Закон проекты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың Башҡортостандың Урал аръяғы райондарына эш сәфәре йомғаҡтары нигеҙендә уның ҡушыуы буйынса әҙерләнгән. Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарында граждандар парламент спикерына йорт малдарын көтөү менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшереүен һорап мөрәжәғәт иткән ине.
Закон проекты халыҡ теләктәрен иҫәпкә ала һәм малсылыҡ өлкәһендә хоҡуҡи көйләүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән, атап әйткәндә ул ауыл хужалығы малдарын ветеринар теркәүҙе (паспортлаштырыуҙы) һәм маркировкалауҙы (тамға һалыуҙы) күҙ уңында тота.
Закон проектына ҡағылышлы фекерҙәрҙе 2011 йылдың 31 мартына тиклем sagro@gsrb.ru электрон адресына йәки Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46 адресына ебәрергә мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика