10:20 (UTC+5), 14 Февраля 2011

Башҡортостанда терроризм һәм экстремизмды иҫкәртеү программаһы раҫланды

Сергей Захаров
Башҡортостанда «2011-2013 йылдарға Башҡортостан Республикаһында терроризм һәм экстремизмды иҫкәртеү» республика маҡсатлы программаһы ҡабул ителде. Хөкүмәттең тейешле ҡарарына төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Программаның тәү сираттағы бурыстары араһында — социаль-сәйәси, дини, этник ерлектәге бәхәстәрҙе иҫкәртеү һәм уларға юл ҡуймау буйынса сараларҙы әүҙемләштереү. Атап әйткәндә, мәғлүмәт-аңлатыу эштәренә, дәүләт власы органдарынан тыш, йәмәғәт берекмәләрен, дәүләткә ҡарамаған структураларҙы, киң мәғлүмәт сараларын, ғалимдарҙы, конфессияларҙы йәлеп итеү күҙаллана.
Халыҡ менән террористик һәм экстремистик эшмәкәрлекте иҫкәртеүгә, бындай күренештәргә кире мөнәсәбәт булдырыуға, уяулыҡты арттырыуға, граждандарҙың хоҡуҡи белем һәм хоҡуҡи мәҙәниәт кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән тәрбиәүи эш алып барыу ҙа - өҫтөнлөклө эштәр иҫәбендә, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика