12:55 (UTC+5), 11 Февраля 2011

Рәсәй Президенты Өфөнөң Беренсе собор мәсетендә булды

Евгений Рәхимҡолов, Тимур Рәхмәтуллин
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Өфөнөң Беренсе собор мәсетендә һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты резиденцияһында булды.
Дәүләт башлығы мәсетте ремонтлау барышын ҡараны һәм республика Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин менән әңгәмә үткәрҙе. Һөйләшеү илдә һәм республикала милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыу темаһына ҡағылды.
- Башҡортостан – төрлө милләт һәм дин кешеләре күп быуаттар дауамында бер-береһе менән тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән төбәк ул, – тине Президент Дмитрий Медведев. – Милләт-ара берҙәмлеккә һәм тыныслыҡҡа булышлыҡ итеү һәр саҡ дәүләт хәстәрлеге булды. Беҙ артабан да ошо берҙәмлекте нығытыуға булышлыҡ итәсәкбеҙ.
Дмитрий Медведев әйтеүенсә, бөгөн илдә ошо тыныслыҡты юҡҡа сығарырға тырышҡан мөгөҙлө лә, ике аяҡлы ла “шайтандар” етерлек. Уларға ҡаршы һүҙ менән түгел, ә эш менән көрәшергә кәрәк, тигән фекерҙә Рәсәй Президенты.
Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин билдәләүенсә, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты бәхәсле хәлдәр тыуған осраҡта тәү сиратта һүҙ менән эш итә. РФ Президентының ҡарашын юғары мөфтөй дөйөм алғанда хупланы.
Тәлғәт Тажетдин Дмитрий Медведевҡа Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты тарихы тураһында һөйләне, нәзәкәтле итеп биҙәлгән шамаилдарын, ҡала төҙөлгән осорҙа Өфөнөң тәүге мәсете сағылған һүрәтте күрһәтте.
БР Президенты һәм юғары мөфтөй менән әңгәмәләшкәндән һуң Дмитрий Медведев Диниә назараты мөфтөйәте менән аралашты һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика