08:49 (UTC+5), 10 Февраля 2011

Учалы районында БР мосолмандары Диниә назараты уҡыусыларға ислам тәғлимәтен өйрәтә

Тимур Рәхмәтуллин
Учалы районында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге вәкиле мәктәп уҡыусыларына ислам тәғлимәттәрен аңлата. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арсланов хәбәр итте.
Йәштәр бүлегенең Учалы районындағы вәкиле Илфат Ишембәтов аҙна дауамында Учалы районы мәктәптәре буйынса йөрөп, йәштәр менән дини ҡиммәттәр хаҡында әңгәмә алып бара. Ул алкоголизм, тәмәке тартыу һәм наркоманияның зыяны хаҡында дини күҙлектән сығып һөйләй.
— Беҙҙең вәкил традицион ислам тәғлимәттәрен аңлата һәм йәштәрҙе дини экстремизмдан тыя, — ти Йәштәр бүлеге етәксеһе. – Лекциялар 4 февралдә башланды һәм 11 февралдә тамамланасаҡ.
Айнур Арсланов әйтеүенсә, БР мосолмандары Диниә назараты үҙ вәкилдәренә мәктәп директорҙары исеменә лекция үткәреүгә рөхсәт биреүҙәрен һорап яҙылған хаттар бирә. Әлегә бер директор ҙа ризаһыҙлығын белдермәгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика