09:32 (UTC+5), 10 Февраля 2011

Республика ҡышҡы ваҡытһыҙ ҡала

Евгений Рәхимҡолов
Рәсәйҙең башҡа төбәктәре кеүек үк, Башҡортостанға ла ҡышҡы ваҡытһыҙ ҡалырға тура киләсәк. Ул бөтөн ил территорияһында башҡаса индерелмәйәсәк. Был хаҡта шишәмбе көндө Мәскәүҙә йәш ғалимдар, фән һәм инновациялар өлкәһендә 2010 йылғы Рәсәй Президенты премиялары лауреаттары менән осрашыуҙа Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев белдерҙе. Был яңылыҡ тиҙ арала Рәсәйҙең алдынғы киң мәғлүмәт сараларына таралды.
Дмитрий Медведев фекеренсә, ҡышҡы ваҡыттан баш тартыу бөтөн төбәк халҡына файҙаға ғына буласаҡ. Ул йылына ике тапкыр сәғәт күсереүгә бәйле уңайһыҙлыҡтарҙан арындырасаҡ, көн дә оҙонораҡ буласаҡ. Дмитрий Медведев әйтеүенсә, ҡышҡы ваҡыт 2011 йылда уҡ бөтөрөлә - көҙгөһөн Рәсәйҙә сәғәт күсерелмәйәсәк. Дмитрий Медведев ил Хөкүмәтенә ҡышҡы ваҡыттан баш тартыуҙы регламентлаусы тейешле норматив акттар әҙерләүгә күрһәтмә бирҙе.
2010 йыл дауамында ҡышҡы вакытҡа күсеүҙән баш тартыу менән бергә Рәсәйҙә сәғәт бүлкәттәре иҫәбен кәметеү мәсьәләһе ил һәм төбәктәр етәкселеге, йәмәғәтселек тарафынан, киң мәғлүмәт сараларында ла тикшерелде. «Башинформ» агентлығының күп мәҡәләләре лә ошо темаға арналды. Ньюсмейкерҙарҙың күбеһе ҡышҡы ваҡыттан баш тартыуҙы хупланы. Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, киреһенсә, йәйге вакыттан баш тартыу яклы: http://www.bashinform.ru/news/332017/. Әммә нисек кенә булмаһын, яҙлы-көҙлө сәғәт уҡтарын күсереүҙән баш тартырға кәрәклеген барыһы ла тиерлек хупланы.
Сәғәтте йәйге һәм ҡышҡы ваҡытҡа күсереү практикаһы күп илдәрҙә ҡулланыла. Һәм был илдәрҙең барыһында ла ваҡыты менән уның маҡсатҡа ярашлылығы хаҡында бәхәстәр булып ала. Әйткәндәй, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң бойондороҡһоҙ дәүләт статусын алған бер нисә союздаш республика ла йыл һайын сәғәт уҡтарын күсереүҙән баш тартты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика