07:00 (UTC+5), 09 Февраля 2011

Өфөлә мосолман йәштәре форумы үтәсәк

Тимур Рәхмәтуллин
Өфөлә 16 февралдә мосолман йәштәре форумы үтәсәк. Был турала «Башинформ» агентлығына БР мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арсланов хәбәр итте.
— Форумда традицион ислам үҫеше, наркомания, алкоголизм һәм дини экстремизмды профилактикалау мәсьәләләре ҡараласаҡ, — тине БР мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе. – Был проблемалар буйынса фекер алышыуға беҙ Көньяҡ Уралдан - Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура райондарынан, Учалы һәм Сибайҙан мосолман йәштәре вәкилдәрен саҡырҙыҡ.
Айнур Арслановтың билдәләүенсә, йәштәр менән БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Башҡортостан
Президенты ҡарамағындағы Дәүләт һәм конфессиялар араһындағы мөнәсәбәттәр буйынса Совет рәйесе Вячеслав Пятков, шулай уҡ республиканың көс структуралары вәкилдәре осрашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика