12:29 (UTC+5), 08 Февраля 2011

Өфө халҡы урындағы властарға рәхмәт хаттарына ҡарағанда 60 тапҡырға күберәк ялыу ебәргән

Евгений Рәхимҡолов
2010 йылда ҡала хакимиәтенә Өфө халҡынан рәхмәт хаттарына ҡарағанда 60 тапҡырға күберәк ялыу килгән. Рәхмәт хаттары халыҡ мөрәжәғәттәренең дөйөм күләменең ни бары 0,2 процентын ғына тәшкил иткән, ә ялыуҙар – 11%. Өфө халҡы урындағы властарға башлыса һәр төрлө ғаризалар менән мөрәжәғәт иткән – 88,6%. Шишәмбе көндө ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә шундай мәғлүмәт уҡып ишеттерелде.
Өфө хакимиәтенең эш башҡарыу бүлеге начальнигы Александр Смирновтың әйтеүенсә, дөйөм алғанда ҡала хакимиәтенә 2010 йылда 26,7 мең мөрәжәғәт килгән. Шуларҙың күбеһе яҙма рәүештә – 24,5 мең. Шуның менән бергә, әүәлге йылдар менән сағыштырғанда, «ҡыҙыу пейджер»ға һәм электрон почтаға килгән мөрәжәғәттәр иҫәбе артҡан.
— Мөрәжәғәттәргә анализдан күренеүенсә, ҡала халҡын күберәк төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь өлкә, йәмәғәт транспортының эше һәм юлдарға ремонт мәсьәләләре борсой, - тине Александр Смирнов. — Шулай уҡ, кәмерәк дәрәжәлә булһа ла, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, социаль тәьминәт мәсьәләләре лә популяр булып ҡала. Бөтөн мөрәжәғәттәр буйынса тейешле саралар күрелде. Бынан тыш, ҡала башлығы һәм уның урынбаҫарҙары менән төрлө мәсьәләләр буйынса - 1,3 мең кеше, ә район хакимиәте башлыҡтары һәм уларҙың урынбаҫарҙары менән өс меңдән ашыу кеше ҡабул ителде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика