06:24 (UTC+5), 07 Февраля 2011

Рөстәм Хәмитов БР Фәндәр академияһы ғалимдарын юбилейҙары менән ҡотланы

"Башинформ"
6 февралдә Башҡортостан ғалимдары Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ойошторолоуының 20 йыллығын билдәләне.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов улар исеменә ҡотлау ебәрҙе. Унда, ойошторолғанынан алып был учреждение республикала ғилми тикшеренеүҙәрҙе координациялауҙа мөһим роль уйнай, тип билдәләнә. 90-сы йылдарҙа Академия дәүләт фәнни-техник программаларын үтәү өсөн Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге институттарының, тармаҡ ғилми-тикшеренеү институттарының һәм алдынғы вуздарҙың кадрҙар потенциалын берләштерә. Ошо көндәрҙә Академия ҡанаты аҫтында йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү менән бергә перспективалы яңы йүнәлештәр үҫтерелә. Академия мөһим дәүләт программаларын һәм проекттарын эшләүҙә һәм тикшереүҙә ҡатнаша, предприятиелар заказдары буйынса тикшереүҙәр үткәрә, энциклопедик баҫмалар әҙерләй.
— Һеҙҙең бик күп инновацион эшкәртмәләрегеҙ яғыулыҡ-энергетика комплексы, химия һәм нефтехимия предприятиеларында, төҙөлөштә, медицинала ҡулланылышҡа индерелгән. Фәндәр академияһы ғалимдары йыл һайын тиҫтәләгән патенттар ала. Уларҙың тикшеренеүҙәренең юғары һөҙөмтәләре халыҡ-ара һәм Рәсәй гранттары менән билдәләнгән, - тиелә төбәк башлығы ҡотлауында.
Рөстәм Хәмитов, республиканың Фәндәр академияһы артабан да фундаменталь һәм ғәмәли фәндәр проблемаларын хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашасаҡ, илдең иҡтисади, фәнни-мәғариф һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе булараҡ Башҡортостан позицияһын нығытыуға лайыҡлы өлөш индерәсәк, тигән ышанысын белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика