13:08 (UTC+5), 07 Февраля 2011

Башҡортостан башлығы иҡтисад үҫешен тотҡарлаған ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә ниәтләй

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика иҡтисады үҫешен тотҡарлаусы ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә ниәтләй. Һүҙ иң элек төҙөлөш, ауыл хужалығы, сауҙа, сәнәғәт етештереүе үҫешенә ҡамасаулаған вазифалы кешеләр эшмәкәрлеге хаҡында бара.
“Әгәр ошо традицияларҙы бөтөрмәһәк, иҡтисади үҫеш булмаясаҡ”, – тип яҙҙы дүшәмбе Рөстәм Хәмитов үҙенең блогында.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, беҙҙә яңы йорттар төҙөлөүе, ҡасабаларҙың үҫеше урындағы властың ярҙамынан тыш, йыш ҡына уларҙың ғәмәлдәренә ҡаршы, тормошҡа ашырыла. Кешеләргә ер алыуы ҡыйын, тейешле инженерлыҡ селтәрҙәре, газ, һыу, электр энергияһы үткәрелмәгән. Ҡала һәм райондарҙағы чиновниктар халыҡҡа ҡаршы сыҡмаһа, ә ярҙам итһә, республика халҡы, Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, тауҙар аҡтара алыр ине.
Уҙған аҙнала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин торлаҡ буйынса кәңәшмәлә бөтә ил депутаттарын һәм чиновниктарын төҙөлөшкә ҡамасаулаусы ҡаршылыҡтарҙы юҡ итергә саҡырҙы, кешеләргә ярҙам күрһәтергә ҡушты, тип билдәләне асыҡтан-асыҡ Президент. “Бюрократлаштырыу, ерҙе һатыу буйынса ялған баҙарҙар ойоштороу мәсьәләләрендә йыраҡ китеүебеҙ барыһына ла аңлашыла, – тигән фекерҙә Рөстәм Хәмитов. – Уларҙы емереү бик ҡыйын буласаҡ”.
Президент Башҡортостан райондарының береһендә иҡтисадты тотҡарлаусы хәлде миҫал итеп килтерҙе. Үҙҙәренең урман предприятиеһы булыуға ҡарамаҫтан, тиҫтәләрсә мең кубометр ағас делянканан туранан-тура күрше төбәктәргә эшкәртеүгә оҙатыла һәм республикабыҙға әҙер продукция – мебель, ағас кәрәк-яраҡтары, таҡта рәүешендә әйләнеп ҡайта. Быларҙың барыһын да үҙебеҙҙә лә етештерергә мөмкин. Районда бындай производствоны ойоштороу ҡыйын түгел, өҫтәүенә, урындағы халыҡ эшһеҙлектән яфалана, тимәк, хеҙмәткәрҙәргә ихтыяж булмаясаҡ.
“Һөҙөмтәлә үҙебеҙҙең предприятиелар эшһеҙ ултыра, ә урманды күршеләргә ташып, уларҙы эш менән тәьмин итәләр, – тип яҙа Президент үҙенең блогында. – Бушҡа түгел, әлбиттә. Был властың кешеләргә ярҙам итеүе түгел, ә уларға ҡаршы эшләүенең тағы ла бер миҫалы. Бындай миҫалдар бихисап. Әлбиттә, беҙ ҡайһы бер етәкселәрҙе яуапҡа тарттырасаҡбыҙ. Бындай күҙгә бәрелеп торған хәлде халыҡ хөкөмөнә сығарасаҡбыҙ”.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика