Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Февраль 2011, 12:33

Хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрелде

Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координацион совет ултырышы үткәрелде.
Ултырышта Башҡортостанда 2011 йылға хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса комплекслы эштәр планы раҫланды. Был планға ярашлы миграция өлкәһендә экстремизмды һәм кире процестарҙы иҫкәртеү, коррупцияға ҡаршы тороу, енәйәтселекте, балиғ булмаған үҫмерҙәрҙең тәртип боҙоуҙарын һәм наркоманияны иҫкәртеү буйынса саралар үткәреү ҡарала.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: