09:27 (UTC+5), 01 Февраля 2011

Ҡаһирәләге студенттарыбыҙ «Башинформ» менән бәйләнешкә сыҡты

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостандан студенттар бер урынға йыйылыша, урамға сығыу мөмкинлеге бар. Әммә балалар сыуалыштар дауам иткән ваҡытта ҡалаға сыҡмай. Был турала «Башинформ» агентлығына «Айн Шамс» Ҡаһирә дәүләт университеты журналистика факультетының икенсе курс студенты Данияр Хужәхмәтов хәбәр итте.
— Беҙ, Башҡортостандан 15 егет, 5 бүлмәле бер фатирҙа урынлаштыҡ, — тип һөйләй Данияр. – Ошо уҡ бинала өҫтә икенсе фатирҙа ҡыҙҙарыбыҙҙы урынлаштырҙыҡ. Аҙыҡ-түлек запасы тупланыҡ. Тышҡа сығыу мөмкинлеге бар. Ләкин аҙыҡ-түлек ларектары буш. Сәғәт өстән иртәнге һигеҙгә тиклем комендант сәғәте. Был ваҡытта урамға сыҡмауың хәйерле.
Студенттың һүҙҙәренә ҡарағанда, Ҡаһирәгә ғәскәрҙәр ингән. Хәрбиҙәр мародерлыҡта ғәйепле тип тапҡандарҙы иҫкәртеүһеҙ-ниһеҙ ата ала. Хәл ҡатмарлаша. Яңы сығыштар көтөлә. Балалар илгә ҡайтырға теләй.
Студенттар йәшәгән районда урамдарҙа сағыштырмаса тыныс, ҡайһы берҙә танкылар үткеләй. Демонстрациялар башлыса үҙәктә бара.
— Интернет аҙнанан ашыу инде бөтә илдә эшләмәй, – тип билдәләй Данияр. – Мобиль элемтә ике көн элек өҙөлгәйне, күптән түгел генә тоташтырҙылар. Бөтә ғәрәп донъяһына тапшырыуҙар алып барыусы «Аль-Джазира» Катар телеканалы сыуалыштарҙы ысынбарлығында күрһәтә ине. Ләкин был телеканал Мысырҙа күпмелер ваҡытҡа ябылған. Урындағы каналдар ваҡиғаларҙы икенсе ракурста күрһәтә: президент Хөсни Мөбәрәк яңы хөкүмәт төҙөй, илдә хәлдәр яҡшырыуға бара, тиҙәр.
Ҡаһирәләге студенттар «Айн Шамс» Ҡаһирә дәүләт университетында һәм «Әл-Әзһәр» Халыҡ-ара ислам университетында уҡый.
Мәғлүм булыуынса, Мысырҙа аҙнанан ашыу инде протест акциялары бара. Кешеләр президент Хөни Мөбәрәктең отставкаға китеүен талап итә. Ҡаһирәлә һәм башҡа ҡалаларҙа сыуалыштар күҙәтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика